Все новости
МАТБУҒАТ
9 Января 2018, 14:04

КӘРӘК БУЛАЙЫҠ

Яңы ғына Яңы йыл ҡаршылай инек, бына тағы ла яңырағы етте. Үтә ныҡ тиҙ үтә ғүмер.

Яңы ғына Яңы йыл ҡаршылай инек, бына тағы ла яңырағы етте. Үтә ныҡ тиҙ үтә ғүмер.

Үткән йыл шәп булды, тип әйтеп булмай. Кризис һаман, ҡыҫҡарталар, ҡырҡалар, крәҫтиән игенен һата алмай, хаҡы түбән, магазинда һәм заправкала хаҡтар арта, эш хаҡы түбән тәгәрәй... Сүриәлә, Донбаста башҡа ерҙәрҙә һуғыш, Африкала аслыҡ, тегендә һыу баҫҡан, бында янғын – көн дә беҙҙе ошондай яңылыҡтар менән «ҡыуандырып» торҙолар. Илдең сәнәғәте аҫҡа тәгәрәгәнен дә беләбеҙ, Беренсе канал беҙгә башҡараҡ хәбәр һөйләһә лә. Нимәгә әле былар беҙгә, бәләкәй генә провинцияла йәшәп ятҡан кешеләргә? Беҙҙең барыбыҙға ла быларҙың барыһының да шауҡымы ҡағыла шул. Ер ярылһа, уның һыҙығы шағир йөрәге аша үтә, тиҙәр, шуның һымаҡ инде бында ла.

«Юшатыр», ғөмүмән, милли гәзиттәр ҡыйын хәлдә ҡалды. Бер яҡтан тел бөтә (быны асыҡтан-асыҡ әйтергә кәрәктер), икенсенән, ауылдар ҡырыла, былар – бер-береһенә бәйле күренештәр, милли баҫманың бәкәленә һуҡты. Һәр кем был тормошта нисек тә тере ҡалырға тырыша. Йән аҫырай алмағаны, көсһөҙө үлә. «Юшатыр» былтыр ҙа көслө булырға, ҡыҙыҡлы темалар табырға тырышты, актуаль, ҡырҡыу проблемалар күтәрергә баҙнат итте. Либераль ҡарашта булдыҡ – был дөрөҫ әйтмәй, тип кемдеңдер материалын баҫмай ҡалдырған булманы. Хатта анонимды ла баҫтыҡ – ҡалайтаһың, заманаһы шулай, ҡурҡыу көслө халыҡта. Беҙ үҙебеҙ бәғзе мәл ҡурҡмауыбыҙҙы белдерергә тырыштыҡ, өлгө булабыҙ, йәнәһе, хватит ҡурҡып йәшәргә, бергә булайыҡ, бергә көрәшәйек. Ысынын да, беҙҙә лә йән берәү генә.

Ҡыҫҡаһы, ысын гәзит булып ҡалырға, телде, мәҙәниәтте, йолаларҙы һаҡлауҙа, кешене үҙ позицияһын яҡлауҙа киң майҙан булырға тырыштыҡ. Былар барыһы ла һеҙҙең күҙ алдында эшләнде, йәшерен-батырыны юҡ. Шуға ла беҙҙең эш нисек килеп сыҡҡандыр – һеҙгә баһаларға.

Гәзиттең уҡымлылығы хаҡында унда кире бәйләнеш бармы-юҡмы икәненән белергә була. Йәғни, халыҡ яҙышамы гәзиткә, юҡмы. «Юшатыр» көн дә бер туҡтауһыҙ һеҙҙән хәбәр алып торҙо, телефон аша ла әйттегеҙ, хат аша ла, интернеттан да яҙҙығыҙ (Гәзиттә урын табыуы ла ауыр булды бик йыш). Бирелгән һорауҙарға шунда уҡ яуап бирергә тырыштыҡ, бәғзе мәл рәхмәт һүҙҙәрен дә ишеттек, тимәк, ҡайҙалыр, кемгәлер саҡ ҡына булһа ла ярҙамыбыҙ тейгән.

Киләһе йылда беҙҙең үрә һикереп ҡыуанырлыҡ шатлыҡтар булмаһа ла, бөгөлөп төшөрлөк ҡайғылар килтермәһен. Иҫән булайыҡ, бар булайыҡ. Үҙебеҙҙе, туғандарыбыҙҙы һаҡлайыҡ. Дөрөҫөндә, был донъяла ете ятҡа беҙҙең кәрәгебеҙ бер тин. Үҙебеҙгә үҙебеҙ кәрәк булайыҡ, «Юшатыр» быйыл да һеҙгә кәрәк булырға тырышыр.

Малик ИЛЬЯСОВ

СӘСКӘ
Беҙгә күп тапҡырҙар «Юшатыр»ҙа зерә матур ҡыҙҙар эшләй, тип әйткәндәре булды. Ҡайһы бер бәндәләр юрамал шул ҡыҙҙар тип кенә юҡ һылтауын бар итеп редакцияға килгеләй. Шуға ошоноң һымаҡҡа өйрәнелгән баш. Бына сираттағы ғәләмәт: кемдер иртә һайын ике көн дауамында сәскә килтерә, бер кеше аша биреп ебәрә, тегеһе әйтмәй кем ебәргәнен (тотоп алып табанына ҡыҙған үтек баҫып сарылдатып әйттерә алмайбыҙ ҙа). Сәскәнең тәғәйен адресаты ла юҡ, иң матур ҡыҙға тип әйткән дә теге ғашиҡ йәр һәм вәссәләм. Сәскәләре әллә ни ҡыйбат булмаһа ла, ҡыҙҙарға приятно, һәр береһе миңәлер инде тип уйлап ҡыуана. Ошо юлдарҙы уҡыһа, сәскә ебәреүсе, бәлки, үҙен белдерер? Әллә белдермәһенме икән, былай бит беҙҙең һылыуҙарҙың һәр береһе, иң матуры мин икән, тип йөрөй. Шулай үҙҙәрен үҙҙәре дәртләндереп йөрөй бирһендәр, әйҙә.

Пушкин кеүек булмаһаҡ та...
Яңыраҡ ҡына беҙҙең бер даими уҡыусыбыҙ байрам хөрмәтенә ҡауырый ҡәләм бүләк итеп китте. Ҙур рәхмәт, бик ҡыуанып ҡабул иттек, ниндәйҙер символизм да бар бит бында. Пушкин кеүек була алмаһаҡ та (һаҡал үҫтереп кенә Рауил Бикбай булып булмай тигән һымаҡ), ҡулдан килгәнсә матур материалдар менән һеҙҙе шатландырырға, уйландырырға, асыуландырырға тырышырбыҙ яңы йылда ла.


Редакциянан:

«Вконтакте»лағы «Юшатыр гәзите» төркөмөндә сыҡҡан күп яҙмалар гәзитебеҙҙең ҡағыҙ вариантында сыҡмай ҡала. Унда беҙ редакция тормошонан да ҡайһы бер ваҡиғаларҙы сағылдырабыҙ. Бөгөн шуларҙың һайланғандарын һеҙгә лә тәҡдим итмәксебеҙ.

ИПОТЕКА
Беҙҙең эштәге хәлдәрҙе яҙып тороу кемгәлер оҡшай, кемдер нимәгә барыһын да публикаға сығараһығыҙ, тип әрләй. Тик эстәге тышта тип йәшәргә күнеккәнгәме, булмаҫ ул башҡаса беҙҙән. Сираттағы әкәмәт.

Беҙҙә берәү ипотека алырға булды (ундайҙар ни хәҙер быуа быуырлыҡ, фатир алыуҙың башҡаса әмәлен белмәйбеҙ). Ах та ух килде был, төн йоҡоларынан яҙҙы. Саҡ ҡына алһаң да, кредитты түләүе ҡот осҡос күп килә лә сыға, нисек кенә итеп түләр ҙә нимә ашар, нимә кейер артабан? Әле кейгәне покаға барырлыҡ, бер нисә йылға һуҙыр шулай, ашауын ҡыҫыр, сәсен ике айға бер алдырыр (фыртланып йөрөүҙе онотоп торор, гулять итә торғанын итте, ҡарағаны былай ҙа ҡарар әле), теште таҙартырға ана элекке совет порошогы ла һатыла, бик эҙләһәң, табып булыр уны. Тәк тағы нәмә? Ҡунаҡ-туйҙарға йөрөү бөттө, унда барһаң, кәмендә биш меңде сығарып һалыр кәрәк, кеше байытып ятырға ни, барыбер ул сама ашай алмай ҡайтаһың. Ярар, былары шулай булыр, как нибудь йәшәр әле, ана ҡалғандар нисектер ипотека менән көн итә бит, береһе лә үлеп ятмай йәки аҫылынып тормай. Аҫылынып тигәндән, ипотечник менән ул-был булһа, банк ғәфү итә икән кредитты, йәғни, үлгән кешенең бурысын туғандары өҫтөнә һалмайҙар, ә фатир уларға барыбер тороп ҡала икән. Быны ишеткәс, буласаҡ ипотека хужаһының башына мең уй килде. Бер утыҙ йылға алһа кредитты, барыбер ул сама ғүмер йәшәмәй бит инде, үлеп китһә, хөкүмәтте алдаған булып сыға ла. (Түлке аҫылынып-фәлән үлергә ярамай, ысын матур үлем булырға тейеш икән, юҡһа, банк бурысыңды туғандарыңдан түләтә, бына әкәмәт, кредит алдыңмы үҙ ғүмереңә үҙең хужа түгелһең) Ошоларҙы уйлап, ул ипотека алырға ҡарар итте, утыҙ йыл түгел, бынау тормошта бер егермеһен йәшәһә лә бик хуш, үпкә юҡ (илдәге ирҙәрҙең средний йәшенә етһә - булды), исмаһам, балаларына үҙенән һуң бүләк ҡалыр. Ошондай матур уйға килеп, ул дәртле аҙымдар менән банк яғына атланы - рациональ фекерләү кешегә шулай ҡыйын хәлдән сығыу юлын күрһәтә икән.

КИНА ҠАРАУ
Ғәләмәт инде әҙәм балаһы, донъялағы иң хәйләкәр, иң йылғыр зат ул. Беҙҙең эштә лә йылғыр тип әйтергәме, кем тип әйтергәлер, хәйләкәрерәк хеҙмәткәрҙәр бар. Бына, мәҫәлән, эштең ҡыҙыу мәле ти, барыһы ла егелеп нимәлер башҡара, кемеһе телефонда эленеп тора, кемеһе кемделер ҡаршы алған да шәжәрәһен тикшерә, кемеһе хат төҙәтә... Шул ваҡытта әбизәтелне кемдер эш юҡтан аптырап ултыра (һәр ваҡыт та эш булмауы бар). Аптырап тип, аптырамай инде ул - кина ҡарай, тик барыбер уңайһыҙ бит кеше алдында, йәшерен ҡарай уны. Бушҡа аҡса алып ултыра, тип әрләүҙәре бар, юғиһә. Оҙонға һуҙылған төрөк сериалын ҡарай ул, әллә ниңә ярата шуларҙы, унда интрига, мөхәббәт, хыянат... Ике-өс көндә ошолай шпион һымаҡ йәшеренеп әллә нисә сезондың осона сыҡты был. Коллегалары алдында оят булһа ла, ҡарамай хәле юҡ - Нихан кемде һайланы икән, Эмирҙымы әллә - Кемалдымы, Асу алйоттар йортонан сығып ҡаса алдымы, юҡмы - белгеһе килә. Эшкә кинотеатрға йөрөгән һымаҡ йөрөгәнен күрһәтмәйем тип, әмәлен табып алды - кемдер компьютер экраны янына килә башлаһа, раз был алдан әҙерләп ҡуйылған ВОРД-ты аса һала. Ҡыҙыҡ инде: кеше уны мөкиббән китеп эшләй был тип уйлай, тик шуныһына аптырай: ниңә был бәндә бер ҡараһаң көлә, икенсе ҡараһаң, илап ултыра. Ҡуй инде, аҡыл яғы бер төрлөрәкме икән тип йәлләп тә ҡуйғылай (эшләгәненә күп тә түгел тегенең, шуға ниндәйерәк икәнен яңы тоҫмаллайҙар). Ә тегеһенең ҡулы килешеп бөткән, кемдер килеп сыҡтымы, тиҙ генә кәрәкле экранды аса, йөҙө етдиләнә, донъялағы иң деловой ҡиәфәткә инә. Тик коллегалары ла дурак түгел, барыбер ҙә аңлап ҡалдылар бының киноға үлә яҙып ғашиҡ икәнен, янына попкорн да алып ултыртыр кәрәктер, тип кәңәш итеп тә алдылар, 3D күҙлек алып биргәндә лә килешер ине. Бер эшлекле тәҡдим дә яңғыраны: «Юшатыр»ҙа Кино тигән махсус рубрика булдырырға. Беҙҙең хеҙмәткәр мәшһүр кинокритик булырҙай кимәлгә еткәндер уже, фильмдар хаҡында мәҡәләләр яҙа алыр. Кимәле түбәнерәк булһа ла, ҡурҡыныс түгел, кино ҡарарға алда ла көндәр бар бит әле.
Читайте нас: