Все новости
МАТБУҒАТ
13 Апреля 2018, 17:38

АЙҺЫЛЫУ БАШЛАП ОТТО. ҺЕҘ ДАУАМ ИТЕГЕҘ

Был аҙнала алдан вәғәҙә иткән бүләктәр уйнатыу башланды. Иң беренсе башлап сынаяҡтар йыйылмаһын Айһылыу Таймасова отто. Бахмут урта мәктәбендә бәләкәстәргә башҡорт телен уҡытҡан был сибәр ҡатын үҙ кешебеҙ булып сыҡты - әүҙем, өлгөр, эшен яратҡан, уға бирелгән.

Был аҙнала алдан вәғәҙә иткән бүләктәр уйнатыу башланды. Иң беренсе башлап сынаяҡтар йыйылмаһын Айһылыу Таймасова отто. Бахмут урта мәктәбендә бәләкәстәргә башҡорт телен уҡытҡан был сибәр ҡатын үҙ кешебеҙ булып сыҡты - әүҙем, өлгөр, эшен яратҡан, уға бирелгән. Бүләген килеп алырға ваҡыты етмәү, дәрестәренән бушай алмауы сәбәпле, бүләкте үҙебеҙ алып барып тапшырҙыҡ. Йәш мөғәллимә менән бер аҙ тел, милләт мәсьәләһенә ҡағылышлы хәлдәрҙе һөйләшеп торҙоҡ. Ҡыҫҡаһы, ул бүләк алып ҡыуанһа, беҙ Айһылыу менән күрешеп-әңгәмәләшеп шатландыҡ.

Ҡотлайбыҙ, һине Айһылыу Насип ҡыҙы, гел бәхеттә йәшәргә яҙһын, яҙмыш күберәк матур-матур бүләктәрен әҙерләп торһон.

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Һеҙҙән квитанциялар күсермәләре көтөп ҡалабыҙ. Аҙна һайын бүләк уйнатыу дауам итәсәк. Акцияға һеҙ ҙә әүҙем ҡушылығыҙ.
А. ХАЛИҠОВА фотоһы
Читайте нас: