Все новости
МАТБУҒАТ
13 Апреля 2018, 17:33

ЯҘЫЛ ДА БҮЛӘК ОТ

ҠӘҘЕРЛЕ «ЮШАТЫР» ГӘЗИТЕ УҠЫУСЫЛАРЫ!Апрелдән 2018 йылдың II ярты йыллығына матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы башланды. Йылдағыса быйыл да «Туған баҫмаңа яҙыл» марафоны бөтә республикала уҙғарыла. Баҫмаға яҙылып, бүләк отоу мөмкинлеге бар.

ҠӘҘЕРЛЕ «ЮШАТЫР» ГӘЗИТЕ УҠЫУСЫЛАРЫ!

Апрелдән 2018 йылдың II ярты йыллығына матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы башланды. Йылдағыса быйыл да «Туған баҫмаңа яҙыл» марафоны бөтә республикала уҙғарыла. Баҫмаға яҙылып, бүләк отоу мөмкинлеге бар.

«АҘНА ҺАЙЫН БҮЛӘК»
Акция апрелдә үткәрелә башлай һәм июндең тәүге ике аҙнаһынан һуң тамамлана. Унда ҡатнашыу өсөн 2018 йылдың II ярты йыллығына, 6 айҙан да кәм түгел, «Юшатыр» гәзитенә яҙылырға һәм редакцияға квитанцияның күсермәһен алып килергә кәрәк. Аҙна һайын еңеүсе билдәләнеп, уның фотоһы гәзит битендә баҫыласаҡ.

«СУПЕР БҮЛӘК ОТ!»
Супер бүләк отоу өсөн 2018 йылдың II ярты йыллығына, 6 айҙан да кәм түгел, «Юшатыр» гәзитенә һәм бер республика матбуғат баҫмаһына (гәзиткә йә журналға) яҙылырға кәрәк. Яҙылыу абонементтарының күсермәләрен ошо адресҡа ебәрергә: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто унитар дәүләт предприятиеһы, яҙылыу һәм һатыу бүлеге.

Комиссия квитанция күсермәләрен лототронда уйнатып, осраҡлы һайлап алыу юлы менән еңеүселәрҙе билдәләй. Төп бүләк – телевизор һәм спутник телевидениеһына приемник. Бынан тыш тағы ла ике телевизор, өс спутник телевидениеһына приемник, ун биш планшет уйнатыласаҡ.

Еңеүселәрҙең исемдәре, фотолары матбуғат баҫмаһында баҫыласаҡ. Супер бүләк отоусыны бүләк тапшырыу өсөн Өфөгә саҡырасаҡтар.

«БӘХЕТЛЕ АВТО»
Унда ҡатнашыу өсөн 2018 йылдың II ярты йыллығына, 6 айҙан да кәм түгел, «Юшатыр» гәзитенә яҙылырға һәм редакцияға квитанцияның күсермәһен алып килергә лә автомобилдең тәҙрәһенә йәбештерә торған наклейка алырға кәрәк. Бүләктәр йәғни аксессуарҙар май аҙағында уйнатыласаҡ. Бүләктәр гәзиткә яҙылғандар һәм билдәле урынға махсус наклейка йәбештерелгән машиналарында килеүселәр араһында ғына уйнатыласаҡ.
Читайте нас: