Все новости
МАТБУҒАТ
20 Апреля 2018, 13:12

МАТБУҒАТ – 2018

Ул беҙгә килеп һәр саҡ доғалар уҡып, изге ниәттәр теләп китә.

БҮЛӘКТЕҢ ҘУРЫ, БӘЛӘКӘЙЕ БУЛМАЙ

Ул беҙгә килеп һәр саҡ доғалар уҡып, изге ниәттәр теләп китә. Дини йәһәттән аҡыл да бирә. Күмертау ҡалаһы уҙаманы Рамаҙан Насретдин улы Хәлиловты әйтәбеҙ. Тап бына ул «Аҙна һайын бүләк» акцияһында икенсе бүләкте отто. «Әл дә һеҙ – «Юшатыр»ҙар бар, был милләтебеҙҙең барлығын күрһәтеүсе мөһим бер дәлил ул», – ти. Йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн рәхмәт, Рамаҙан ағай. Ошо сынаяҡтан оҙаҡ йылдар үҙ ҡулдарығыҙ менән тәмле сәйҙәр эсеп йәшәргә яҙһын һеҙгә.

ИКЕ БАЙРАМ БЕР ЮЛЫ

Гәзит уҡыусыларыбыҙға һыҙғыра торған сәйнүк уйнатыласағы хаҡында алдан хәбәр иткәйнек. Ниһайәт, сәйнүк хужаһы Рифат Вахитов ағай булды. Ике байрам бер юлы: «Аҙна һайын бүләк» акцияһында приз отҡан көн – уның тыуған көнө лә. Беҙ уға бик күп ғүмер теләмәнек, тағы ла бер утыҙ йыл йәшәһәң, булды, тинек. «Юшатыр» гәзитен ҡайҙа барһа ла пропагандалап йөрөгән кеше ул Рифат Рәҡип улы. Беҙгә был бүләктең тап уның өлөшөнә төшөүе ҡыуаныс булды.


Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар!

«Юшатыр» гәзитенә яҙылыу кампанияһы, шуға бәйле «Аҙна һайын бүләк» приздар уйнатыу акцияһы дауам итә. Һеҙ ҙә был изге эштән ситтә ҡалмаҫһығыҙ, туған телебеҙҙәге берҙән-бер урындағы матбуғат баҫмаһына яҙылырһығыҙ, тип ышанабыҙ.

2018 йылдың II ярты йыллығына «Юшатыр» гәзитенә яҙылыу хаҡтары:

1 айға – 135 һум 21 тин;

3 айға – 405 һум 63 тин;

Ярты йылға (6 айға) яҙылыу – 811 һум 26 тин.

Редакциянан килеп алыу шарты менән редакция аша яҙылыу – 462 һум.

Гәзиттең электрон версияһына яҙылыу 498 һум.


Бер беҙҙең гәзиткә гелән терәк булыусы етәксе менән һөйләшәбеҙ. Коллективы бәләкәй генә уның, шулай ҙа өҫтән төшөрөлгән планды арттырып үтәй (был план тигәне, хакимиәт ҡарары, шунса экземплярҙа шул гәзиткә яҙылығыҙ тигән күрһәтмә). Уның коллективында шау башҡорттар эшләһә лә, гел 3 «Юшатыр» һәм 15 рус гәзите яҙылырға ҡушыла. Бар ерҙә шулай, аптырайһы ҡалманы беҙҙең, хатта Өфөләге Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитетына ла яҙҙыҡ ошо хаҡта, унда ых та итеүсе булманы.

Быныһы ярар, ошо кеше етәкләгән коллективта ике кеше бар, нимә тиһәң дә, беҙҙең баҫманы алдырмайҙар, рус гәзитендә гороскоп сыға, шуға алдырабыҙ уны, тиҙәр икән. Был заманда телефонда ла, телевизорҙа ла, аяҡ аҫтында туҙып ятҡан буш гәзиттәрҙә лә гороскоп булғанда, быларға нимәгә икән түләптереп йондоҙнамә өсөн гәзит алдырып ятырға? Ошо хаҡта уйлап тәүҙә бошондоҡ, ғәрләндек тә, аҙаҡ ҡыуанып ҡуйҙыҡ: гороскоп өсөн генә гәзит алдырғандар беҙҙең кимәлдәгеләр түгел.

Ә фекерләй һәм уйлай белгәндәр быйыл да «Юшатыр»һыҙ ҡалмаҫ, тибеҙ. Беҙ, үҙебеҙҙең яҡтан, ҡыҙыҡлы, тура һәм объектив материалдар яҙырға һүҙ бирәбеҙ.


Айгөл ГУРЬЯНОВА, Зәк-Ишмәт ауылы

«Юшатыр» гәзите миңә оҡшай! Ошо көндәрҙә яҙылырға уйлайым! Яҡташтар, һеҙ ҙә яҙылығыҙ! Иң яңы яңылыҡтар тап «Юшатыр» гәзитендә баҫыла!


Зифа ХӘКИМОВА, Мәскәү ҡалаһы

«Юшатыр» гәзитен, Мәскәүҙә йәшәгәс, алдырыу мөмкинлеге юҡ. Тик һис тә ҡайғырмайым: ВКонтакте социаль селтәрендәге «Юшатыр»төркөмө яҙмаларын һәр саҡ рәхәтләнеп уҡыйым, бик оҡшай, журналистарҙың үҙҙәренә генә хас стилдәре бар. Гәзит хеҙмәткәрҙәре, һеҙ афариндар!
Читайте нас: