«Юшатыр» нисек булһа ла ниңә һаман йәшәп килә? Сөнки беҙҙе үҙ иткәндәр, яҡын күргәндәр бар. Күмертауҙағы 8-се һанлы «Айгөл» балалар баҡсаһын ал, һәммәһе беҙҙең гәзиткә яҙыла, бәләкәй генә коллектив, ә, русса әйтһәк, производительность – 200%. Редакция коллективы хеҙмәткәрҙәре уларҙың ошондай илһөйәрлектәре өсөн балалар баҡсаһы мөдире Әлфиә Фәрих ҡыҙы Шәриповаға Рәхмәт хаты тапшырҙы. Әйткәндәй, барып керһәк, йығылып китә яҙҙыҡ – ҡалай ҙа матур кешеләр эшләй икән дәбаһа бында! Үтеп-һүткәндә күренмәгән икән ошоңарсы. Әйтерһең, Голливудтың иң сибәр ҡыҙҙарын барыһын тейәп алып килеп ошо «Айгөл»гә тултырғандар. Иң мөһиме, күңелдәре матур, йөрәктәре рухлы. Рәхмәт һеҙгә, «Айгөл»дәр, рәхмәт һеҙгә, Әлфиә апай! Һеҙ бар икән, тимәк, беҙ ҙә бар. Тағы оҙаҡ йылдар бар булайыҡ, бергә булайыҡ.