Все новости
МАТБУҒАТ
8 Июня 2018, 11:23

БЕҘ УЛАРҘАН КӘММЕ НИ?

«Юшатыр» гәзитенең 2018 йылдың 18 майындағы һанында сыҡҡан Рәшит ағай Ханбәковтың «Остоҡтай ғына рухың булһа…» тигән мәҡәләһен уҡығас, мин дә үҙ уй-фекерҙәремде яҙырға булдым.

«Юшатыр» гәзитенең 2018 йылдың 18 майындағы һанында сыҡҡан Рәшит ағай Ханбәковтың «Остоҡтай ғына рухың булһа…» тигән мәҡәләһен уҡығас, мин дә үҙ уй-фекерҙәремде яҙырға булдым.

Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ, милләттәштәр, дуҫтар, Рәшит ағай бик дөрөҫ уйлай һәм яҙа, ул тураһын әйтә, бәлки, ҡатыраҡтыр ҙа, ысынында шулай, минеңсә. Милли баҫманың тиражы күберәк булыуы мөһим, сөнки быға гәзиттең үҙҡиммәте лә, коллективтың киләсәге лә бәйле. Шуны онотмайыҡ: «Юшатыр» – район-ҡалабыҙҙа берҙән-бер үҙ туған телебеҙҙә баҫылған гәзит. Бөгөнгө көндә милли гәзиттәрҙең хәле шәптән түгел, унда эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡы аҙ, бик аҙ, шуға ҡарамаҫтан был өлкәлә эшләгән журналистарыбыҙ халҡыбыҙға гәзит булһын тип тырышып йөрөй. Бәғзе милләттәштәребеҙ шуны аңламай йә аңларға теләмәй һәм шунлыҡтан гәзиткә яҙылырға бик атлығып та тормай. Булған гәзитте ябыуы тиҙ ул, сәбәбен дә табырҙар, ә бына ойоштороп асып ебәреүе, яңынан башлауҙары – ҙур мәсьәлә.

Гәзит биттәрендә район, ҡала хәлдәре, пландары тураһында мәғлүмәттәр бирелә, нисек инде былары ҡыҙыҡһындырмаһын? Теләгәндәр – балалар ҙа, өлкәндәр ҙә уй-фекерҙәрен, теләктәрен, шиғырҙарын гәзит биттәрендә иркенләп яҙа ала. Ә башҡаса беҙ ҡайҙа шулай яҙғандарыбыҙҙы баҫтыра алыр инек? Шатлыҡ, ҡайғылары менән дә уртаҡлаша яҡташтарыбыҙ.

Был гәзит – телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн дә ҙур ярҙам, шуны ла онотмайыҡ. Беҙ йәһүдтәрҙең, әрмәндәрҙең татыулығына, бер-береһенә ярҙам итеүҙәренә һоҡланабыҙ, ғәжәпләнәбеҙ, хатта диндәштәребеҙ ҡаҙаҡтар – бер-береһенә ярҙамсылдар, туй, тыуған көнмө, йәки берәй ауыр хәл буламы, әллә ҡайҙан – ер аяғы, ер башынан килеп етәләр. Беҙ уларҙан кәмме ни? Беҙгә лә шулай әүҙем, ярҙамсыл булырға кәрәк. Үҙемдән генә беләм – тормош бер ваҡытта ла еңелдән булманы, һәр замананың үҙ проблемалары, күптәр минең менән ризалашыр. Хәтерләйһегеҙҙер совет осоронда 5-10-ар баҫма гәзит-журнал алдыра инек. Ул хәтлеменә үк хәлебеҙ етмәһә лә, «Юшатырға» – урындағы туған телебеҙҙәге төп матбуғат баҫмаһына яҙылайыҡ, яҡташтар.

Рәйес ИШМӨХӘМӘТОВ
Иҫке Отрада ауылы


Читайте нас: