Все новости
МАТБУҒАТ
17 Июля 2018, 11:32

ДАРЪЯ ТАМСЫЛАРҘАН ЙЫЙЫЛА

«Юшатыр» гәзитен сыға башлаған көнөнән бирле алдырам. Беҙҙең Көйөргәҙе районы гәзите район баҫмалары араһында иң шәбе, тип ғорурлыҡ менән әйтә алам.

«Юшатыр» гәзитен сыға башлаған көнөнән бирле алдырам. Беҙҙең Көйөргәҙе районы гәзите район баҫмалары араһында иң шәбе, тип ғорурлыҡ менән әйтә алам. Сөнки башҡа райондарҙың гәзиттәрен дә уҡып ҡарағаным бар, уларҙа күбеһенсә рәсми хәбәрҙәр, ҡарарҙар баҫыу, артыҡ ҡупыртып маҡтауҙар өҫтөнлөк итә, проблемалы, ҡыҙыҡлы, уҡымлы әйберҙәре аҙ. Был хаҡта мин уларҙың күҙҙәренә ҡарап тураһын әйтәм, бына һеҙ беҙҙең «Юшатыр»ҙы уҡып ҡарағыҙ, тием.

Районыбыҙҙа йәшәүсе милләттәштәребеҙ араһында туған телдәге шундай милли баҫманы алдырып уҡымаған кешеләр ҙә етерлек. Ҡайһы берҙәре гәзитте минән һорап алып уҡыйҙар. Уларға, нишләп үҙең яҙҙырмайһың, давай яҙыл, тием. Яҙылдым, тиһәләр, ышанмайым, квитанцияңды күрһәт, тием. Шулай итеп быйылғы икенсе ярты йылыҡҡа дүрт милләттәшемде «Юшатыр»лы иттем. Бына шулай күмәкләп эш алып барырға тейешбеҙ был йәһәттән. Даръя тамсыларҙан йыйыла, тиер инем мин. Ә редакция хеҙмәткәрҙәре подписка тип йөрөүҙән бигерәк, һәйбәт итеп гәзит сығарырға тейеш, уларҙың төп эше шул. «Юшатыр»ҙарға ижади уңыштар теләйем.

Финсур ХӘМИТОВ
Ялсыҡай ауылы


Читайте нас: