Юшатыр
+1 °С
Облачно
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
Все новости
10
МАТБУҒАТ
24 Мая 2019, 14:32
Беҙҙе яратҡандарҙы беҙ ҙә яратабыҙ
Был аҙнала «Юшатыр» гәзите бүләген отҡан Клара Ҡотлогилдина редакцияға һирәк-аяҡ баҫа, уҡытыусының эше бөтә торған нәмәме ни, айырылып китә алмай.
Был аҙнала «Юшатыр» гәзите бүләген отҡан Клара Ҡотлогилдина редакцияға һирәк-аяҡ баҫа, уҡытыусының эше бөтә торған нәмәме ни, айырылып китә алмай. Шулай булһа ла, «Юшатыр»ға ят кеше түгел, үҙе тыумышы менән Мәләүез районы Һарыш ауылынан, ҡаланың Мөхәмәт Исҡужин исемендге 13-сө башҡорт башланғыс мәктәбендә уҡыта. Ата-әсәһенә ҡайтып йөрөй. Ҡайтҡан һайын «Юшатыр»ҙы алып ҡайта, баҡһаң. Атаһы, Сәлим бабай, гәзитте уҡып, үҙ баһаһын бирә икән: ныҡ көслө кешеләр сығара быны, үҙебеҙҙең район хәбәрселәренә лә биреп ҡайтарҙым бер килгәндәрендә, күршеләрҙән өйрәнегеҙ ҡайһы бер нәмәләргә.
Беҙҙе яратҡандарҙы беҙ үҙебеҙ яратабыҙ, әйткән матур һүҙҙәрегеҙҙең яртыһы раҫҡа тура килһә лә ризабыҙ. Рәхмәт.
Клара Сәлим ҡыҙы, беҙ биргән үтекләү таҡтаһы ҙур хазина түгел, ысын йөрәктән теләгән теләгебеҙ генә гел тормошҡа ашып торһон: күлдәк-ыштан бөтәрләнһә бөтәрләнһен, күңелебеҙ шыма, тигеҙ, бөхтә көйө һаҡланһын. Һаулыҡ һеҙгә, бар эшегеҙҙә уңыштар! Ата-әсә наҙын тойоп, туғандарығыҙ янында оҙаҡ йылдар бәхеттә генә йәшәргә яҙһын. Сәлим бабайға беҙҙән күп сәләм!
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде
Теперь мы в Telegram
Подписывайтесь на наш канал https://t.me/yhatir