“Юшатыр”ҙың сираттағы бүләге Тимербай ауылында йәшәүсе Ләлә Тимербаева инәйгә эләкте, уға 84 йәш. Шулай ҙа теремек, дәртле инәй ул, һаман булһа донъя хәлдәре менән ҡыҙыҡһынып бара, гәзит уҡый. Инәй өсөн уның ауылдашы Әлиә Килмәтова бүләкте алып китте. Ләлә инәй тәүҙә үҙе шылтыратты: “Ҡыҙыма биреп кенә ебәрегеҙ, һеҙҙе күптән алдырам, иҫән булһам, йөҙгә еткәнсе алдырасаҡмын”, - тине.