Сибәр ҡыҙҙарҙың бер ергә бер юлы йыйылғанын күргәнегеҙ бармы? Юҡмы ни? Улайһа, Күмертауҙың “Айгөл” балалар баҡсаһына барығыҙ. Унда үҙегеҙҙе матур сәскәләр үҫкән баҡсаға килеп кергәндәй тойорһоғоҙ. Беҙ күп булдыҡ был баҡсала, барған һайын ҡыҙҙарға һоҡланып туя алмайбыҙ. Бына тағы күҙҙәр ҡамашып ҡайтты. Сираттағы бүләгебеҙҙе отҡан ошо баҡсала эшләүсе Рима Юлбарсованың ҡулын ҡыҫырға, ҡотларға тип барҙыҡ. Рима Ишбулат ҡыҙы Яманғол ауылынан, яңыраҡ ҡына юбилейын билдәләгән икән. Украт булды был сәфәрәбеҙ, бүләктең тап уға эләгеүе шәп булды. Рима апай, тағы ла күп юбилейҙарығыҙҙы билдәләп, именлектә, ожмах баҡсаһында үҫкән сәскәләй, йәшәргә яҙһын. Ҡотлайбыҙ.