Все новости
МАТБУҒАТ
22 Ноября 2019, 11:10

Төн була

“Юшатыр” гәзитен сыға башлағаны бирле алдырам һәм яратып уҡыйым. Һәр һанын түҙемһеҙлек менән көтөп алам, аҙаҡ һәр битен оҙаҡ итеп ҡат-ҡат уҡып сығам. Мин гәзитте яйлап ҡарап ултырғансы төн булып китә, шунан ҙур кинәнес кисереп, хатта аҙыраҡ арыбыраҡ китеп тә рәхәтләнеп ятып йоҡлайым.
Беҙҙе ҡыуандырып шәп гәзит сығарғандары өсөн “Юшатыр” хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт. Гәзит аша районыбыҙҙа, хатта сит ерҙәрҙә булған барлыҡ яңылыҡтар менән дә ваҡытында танышып торабыҙ. Төрлө проблемаларҙы ла күтәреп сығаһығыҙ, бигерәк тә эшселәр, матур ғаиләләр тураһында яҙылған материалдарҙы һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙе, һорау-яуапты яратып уҡыйым Артабан да һеҙҙең менән бергә ҡыуанып, һеҙҙең менән бергә алғы ҡарашлы кешеләр булып йәшәргә яҙһын. Эшегеҙҙә ижади уңыштар, һаулыҡ теләйем.
Заһиҙулла БИҒӘНӘКОВ
Ҡалта ауылы
Читайте нас: