Все новости
МАТБУҒАТ
29 Ноября 2019, 11:37

Аңлашып йәшәргә яҙһын

Киләһе бүләкте отоусы тиҙ билдәле булды, тик бына инәйҙең фамилияһы менән генә бер аҙ ҡытлыҡ килеп сыҡты, таймаҫтарҙан белешһәк, Абдрахманова тигән инәй беҙҙә юҡ тинеләр. Үҙебеҙ шылтыратырға булдыҡ (телефонын ҡалдырғайнылар):
- Һаумыһығыҙ. Һеҙ Лиза инәйме?
- Ятып торғайным, был кем әле?
- Гәзиттән инек. Һеҙҙең фамилияғыҙ нисек?
- Арыу әле, яйлап йәшәп ятабыҙ.
- Инәй, фамилияғыҙ Абдрахмановамы?
- Абдрахман сирләңкерәп тора.
- Һеҙҙең фамилияғыҙ нисек?
- Бер ни аңламайым, кем әле был?
- Бүләк оттоғоҙ, инәй, “Юшатыр” был, фамилияғыҙҙы ныҡлап белергә ине. Оҙаҡ дауам итте диалог. Аңлаштыҡ барыбер. Баҡһаң, Лиза инәйҙең бабайы Абдрахман икән дә, почтала иренең исеменән фамилия яһағандар ҙа яҙғандар. Үҙем дә, бабай ҙа йөрөй алмаҫбыҙ, улым килеп алыр бүләкте, тине инәй.
Шулайтып һөйләшеп бөтөп, күп тә үтмәне, Лиза инәйҙең Айрат улы килеп тә етте. Бабай менән инәйгә күп сәләмдәр ебәрҙек, һаулыҡ теләнек. Артабан да бер-беребеҙ менән гел аңлашып йәшәргә булһын.
Читайте нас: