Все новости
МАТБУҒАТ
29 Ноября 2019, 11:38

СӨНКИ ОҠШАЙ

Бүләгебеҙҙе отоусы Тимерхан бабай Юлтаев. Бабай үҙе Моталдыҡы, хәләл ефете Сәриә Абдулдыҡы. Өс балаға ғүмер биргәндәр, 12 ейән-ейәнсәрҙе барлығына ҡыуанып ғүмер итәләр. Мораптал совхозында эшләгән улар, Свобода ауылында. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Күмертауға күсенгәндәр. Совхоз бөткәнсе пенсияға сығып өлгөрҙөк, тип ҡыуана ул.
- Ә “Юшатыр”ҙан өҙөлгәнебеҙ юҡ, сыға башлағандан бирле алдырабыҙ. Артабан да алдырасаҡбыҙ сөнки беҙгә ныҡ оҡшай. Бына әбейем менән икебеҙ төшкән фотоны алып килдем, икебеҙҙе лә ҡуйығыҙ, - тине Тимерхан бабай.
Ҡуйҙыҡ. Сәриә инәй ҙә, Тимерхан бабай ҙа 80 йәштәләр. Беҙгә фото урынлаштырыу бер ни түгел, иң мөһиме, иҫәнлектә, һеҙгә тормоштоң бар рәхәтлектәрен күреп, тағы ла әллә нисәмә тапҡыр фотоларға йәнәш төшөп йәшәргә булһын.
Читайте нас: