Все новости
МАТБУҒАТ
6 Декабря 2019, 13:45

ДЕПУТАТЫБЫҘ ШӘП

Ул ерҙән айырылмаған кеше. Дәүләт Думаһы депутаты булғаны бирле халыҡ янынан ҡайтып кермәй, дәрте тағы ла бер нисә депутатҡа етерлек.

Ул ерҙән айырылмаған кеше. Дәүләт Думаһы депутаты булғаны бирле халыҡ янынан ҡайтып кермәй, дәрте тағы ла бер нисә депутатҡа етерлек. Зариф Байғусҡаров тураһында һүҙ. Ерҙән йөрөгәс, кешеләрҙең нисек тын алғанын да яҡшы тоя. Шул кешеләр иҫәбенә беҙ ҙә керәбеҙ. “Юшатыр” гәзите. Үҙенең һайлаусыларының хәлен аңлаған кеүек, “Юшатыр”ҙың да хәлен белә, ауылда кешеләр аҙая, гәзитте алдырам тигәне лә, аҡсаһыҙ ултырып, гәзитте алдыра алмауы ихтимал. Былтыр ошондайыраҡ кешеләр өсөн Зариф Закир улы “Юшатыр”ҙы яҙҙырғайны, бына быйыл да беҙҙең барлыҡты онотмаған - биш кешегә һеҙҙе үҙем яҙҙырам, ти. Рәхмәт, Зариф Закирович, редакция исеменән, кемдәр бәхетенә буш гәзит төшкән, улар ҙа һеҙгә, эстән генә булһа ла, рәхмәт уҡыр.
Читайте нас: