

Әҙәмде донъяла шул етелек уратып тора кеүек: өҫтә ете ҡат күк, аҫта-ете ҡат ер. Күктә ете йондоҙ, ерҙә ете мәғдән. Аҙнаның ете көнө, йәйғорҙоң ете төҫө. Моңдоң ете өнө. Ете мөғжизә.
Ожмахы ла ете ҡатлы, тамуғы ла.
Әҙәмде ҡотҡармаҡ булып ете ясин сығалар, үлгәс етеһен уҡыталар.
Етелә етегәнгә табынғандар, етегән шишмәне маҡтағандар. Ете быуын ата-бабаны белеү фарыз һаналған.
Әкиәт батырҙары ете юл сатында ете башлы аждаһаны еңгәндәр, ете төн уртаһында шашынған ен- пәрейҙәрҙе ҡыйратҡан. Сер булһа, уны ете йоҙаҡ менән бикләгәндәр, хазинаны ете ҡат һандыҡ эсендә һаҡлағандар. Ете ятты ятҡа иҫәпләгәндәр. Иң ҡаты яҙа итеп ете ҡат тиреһен тунағандар. Зирәктәр ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен ишеткән. Батырҙар ете диңгеҙ, ете тау гиҙгәндәр. Теүәлдәр ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫер булғандар. Бәхетлеләр ете йәннәт ишеген асып ингәндәр. Еңелгәнде етегә бөкләп һалғандар.
Кешелә ете һиҙемләү һәләте бар. Кешенең тирә- йүне, ғүмере серле ете менән тулы кеүек. Ғәжәп хикмәтле лә, серле лә ул.
Ошоларҙы белепме икән, салат һауыттарын 7-әүҙе һалғандар. Киләһе уйатыласаҡ бүләк был. Квитанцияларығыҙҙы ебәрегеҙ - был һауыттарҙы отҡан кешенең шатлыҡтары ете тапҡырға артыр.