МАТБУҒАТ
27 Ноября 2021, 07:05

Йәй йәмдәре таралыр

Кисәге сараға ("Йәшлек" мәҙәниәт һарайындағы Әсәләр көнөнә), Йәш ғаиләгә бүләккә тип, кәстрүл алып барырға ине иҫәп, торараҡ кире уйланыҡ: ана сама халыҡ араһында, этешә-төртөшә, кәстрүл доңғорлатып, әҙәм аптыратып йөрөмәйек әле.

Йәй йәмдәре таралырЙәй йәмдәре таралыр
Йәй йәмдәре таралыр

Әйткәндәй, бүләк тигәндән, ниңә уға бирҙегеҙ, ә быға түгел тип, кисә машина янына сығыр-сыҡмаҫтан яҙа, шылтырата башланылар- конкурс онлайн булды, жюри тигәне (беҙ ҙә шунда) ведомосты тултырҙы ла (баһалар ҡуйып) электрон вариантта ғына ебәрҙе һәм көтөп кенә ултырҙыҡ: кем ниндәй урын алыр икән? Алдан уҡ шулай һөйләшеү булды: беҙ, гәзиттәр, Гран Приға кем сыға, шуларға бирәбеҙ бүләктәрҙе. Кем кемгә, нисек, нимә алдан уҡ килешеп ҡуйылды, йәғни. Шул. Беҙгә ҡалһа, бөтөн ғаиләләр ҙә әллә нимәләргә лайыҡлы, барыһы ла һәйбәттәр, Хоҙай үҙҙәрен бәхеттән айырмаһын.
Ҡыҫҡаһы, кисә кәстрүл алып барырға йыбандыҡ та, уны киләһе бүләк итеп ҡуйырға хәл ҡылдыҡ. Матур ғына ул, тышына еләк һүрәте төшөрөлгән. Аш бешергән һайын йәйҙе хәтерләтеп торор, йорт эсенә тәмле аш еҫе менән бергә, йәйҙең йәме лә таралыр.
Квитанцияларығыҙҙы ебәрегеҙ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас