МАТБУҒАТ
11 Декабря 2021, 04:58

Һәр минуттың ҡәҙерен белеп

Кибер-кипмәҫ көйө кейҙерә лә күлдәгемде Әйтә ине әсәй: "Кибер тәнеңдә, кибер тәнеңдә".

Һәр минуттың ҡәҙерен белепҺәр минуттың ҡәҙерен белеп
Һәр минуттың ҡәҙерен белеп

Назар ағайҙың яҙғаны был. Күптәрҙең башынан үткән хәл, ҡайҙалыр ашығыс барырға, ә һинең әҙәм араһына сығам тигән кейемең кибеп өлгөрмәгән. Арҡаға, эскә баҡа тәне сығара-сығара кейәһең дә китәһең, өҫтә кибер әле, башҡаса әмәл юҡ.
Бындай мәлдәр һағынып һөйләргә генә ҡалды - заманы башҡа, хәҙер кер йыуыу машиналары киптереп кенә түгел, үтекләп тә сығара ала. Шулай ҙа, машина-машина инде, тәбиғи итеп, яйлап ҡына, ашыҡмай кипкән әйбер һәйбәтерәк кеүек.
Сираттағы бүләгебеҙ ашыҡмаған, донъя ағышының һәр минутының ҡәҙерен белеп, тәбиғилекте яратып йәшәгән кеше өсөн тәғәйен. Ваннаға һөйәп ҡуя торған кер киптергесе.
Квитанцияларҙы көтәбеҙ. .

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас