Йыл үтә, йәшлек үтә, ошолар менән бергә, "Юшатыр" гәзитенә яҙылыу ваҡыты ла үтә. Быйылғы тираж ҡалай булыр - кәпәс сөйөп шатланырға сәбәп бик булмаҫ кеүек, телде белеүселәр кәмей, ғөмүмән, халыҡ кәмей. Шулай ҙа башты ташҡа орорға сама юҡ, бары менән байрам булыр, һин сәбәләнеүҙән генә донъя үҙгәрмәҫ.
Беҙҙең менән киләһе йылда ла ҡалыусылар араһында бүләктәр уйнатыуҙы дауам итәбеҙ, киләһе бүләк - бына ошо плед. Ул кемдер берәүҙе йылытыр, ә гәзит уҡыусыларҙың барыһын да беҙ йылытырға тырышырбыҙ - яҡшы материалдар менән.