Шуның шикелле, гәзиттәр ҙә янмай икән, әллә ҡасан баҫылһа ла, "тере" килеш ята бирә.
Элегерәк сыҡҡан гәзиттәрҙе ебәрҙеләр - Яманғол ауылынан Әлиев Нәғим бабай һаҡлап барған (урындары ожмахта булһын, быйыл бабайға 100 йәш тулған булыр ине). Ул саҡта "Юшатыр" тыумаған да, исеме икенсе булған.
Ҡыҙыҡ, йылдар, хатта быуаттар үтер, әле сыҡҡан гәзиттәр архив, музейҙарҙан тыш, кемдеңдер йортонда "янмай" ҡалырмы икән? Әллә барыһы ла интернетта "һаҡланған фотолар" папкаһында ғына булырмы?