

Гөлмирә Исмәғилева, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы:
- Беҙ бала саҡтан өйөбөҙ тулы гәзит-журналдар күп булды. Бигерәк тә районыбыҙҙа сыҡҡан “Юшатыр” гәзитенән бер ҙә ҡалғаныбыҙ юҡ. Яратҡан матбуғатыбыҙҙы сыға башлағандан бирле алдырабыҙ. Минең өләсәйем дә “Юшатыр”һыҙ тормай, һәр саҡ алдырып, яратып уҡый. Беҙҙең ғаиләлә “Юшатыр” һәр саҡ ҡулда, сөнки беҙ уның аша районыбыҙ, ҡалабыҙ яңылыҡтары менән танышып торабыҙ. Районыбыҙҙың эшлекле халҡы тураһындағы мәҡәләләр ҙә бик урынлы һәм уҡымлы. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һәр ваҡытта ла үҙ ваҡытығыҙҙы бүлеп, оло йәштәгеләргә барып, бүләктәрегеҙҙе тапшырып йөрөйһөгөҙ. Иғтибарығыҙ, ихтирамығыҙ өсөн дә һеҙгә ҙур рәхмәт. “Юшатыр” үҙенең уҡыусылары менән тығыҙ бәйләнештә һәм ул ысынында халыҡ гәзите тип ныҡлы әйтә алам.
Матбуғат көнө уңайынан “Юшатыр” хеҙмәткәрҙәрен ихлас ҡотлайым. Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Һеҙҙең мәҡәләләрегеҙ башҡаларҙан үҙенең үткерлеге, оперативлығы менән һис шикһеҙ айырылып тора. Киләсәктә лә “Юшатыр”ыбыҙ оҙон ғүмерле, халыҡсан булып ҡалһын. Ижади уңыштар һеҙгә!