

Шуға Гөлназды яҙып торҙоҡ та, төп бүләкте отҡан Илнар Аҡһаровты аҙаҡҡараҡ ҡалдырҙыҡ. Яҡшымбәт яҡтары борон-борондан беренсе урын беҙҙеке тип йәшәп өйрәнгән ғорур халыҡ, ошо маяҡты береһенә лә бирмәй йәшәп ятыштары. Әле лә "Йәншишмә"нең төп бүләге Яҡшымбәт мәктәбе егетендә - Илнарҙа. Егет 3-сө класта ғына уҡый әле, Бүләге хәтәр- вилсәпит. Ябай ғына түгел, 12 тиҙлекле уныһы. Күпме хыялланып та, төшөңә лә инмәҫ бүләк. Маладис, Илнар, ҡотлайбыҙ, руль артында иҫән-һау йөрөргә яҙһын.