МАТБУҒАТ
6 Февраль 2022, 04:21

Нурйыһан инәй 100 йәшендә лә гәзит уҡый

Уның хеҙмәт биографияһы Көйөргәҙе районының Ермолаево ауылында типографияла башланған – ул гәзиттәрҙе төрөүсе булып эшләгән.

Нурйыһан инәй 100 йәшендә лә гәзит уҡыйНурйыһан инәй 100 йәшендә лә гәзит уҡый
Нурйыһан инәй 100 йәшендә лә гәзит уҡый

Ошо көндәрҙә Нурйыһан Дәүләтшина 100 йәшен билдәләне. Нурйыһан Сәлим ҡыҙы Өфө районының Булгаков ауылында ғүмер кисерә.

- Йыһан арауығы йәшәнем инде, бүтәндәргә лә минең шикелле оҙон ғүмерле булырға яҙһын, шуны теләйем, – тине осрашҡанда Нурйыһан инәй. – Һәр кемгә ул тыуғанда уҡ яҙмышының нисек булыры маңлайына яҙыла, тиҙәр.

Нурйыһан Сәлим ҡыҙы тыумышы менән Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Дәүләтҡол ауылынан. Йәш ҡыҙҙың хеҙмәт биографияһы Көйөргәҙе районының Ермолаево ауылында типографияла башланған – ул гәзиттәрҙе төрөүсе булып эшләгән.

Аҙаҡтан инде хужалыҡта ҡайҙа ҡушһалар, шунда тир түккән.

Нурйыһан әбейҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, тирә-яҡ нурға сумған саҡта донъяға килгәндәр бәхетле була. Ул тап тыуған ауылы нурға күмелгәндә тыуған.

- Туғыҙ балаға ғүмер бирҙем, ирем Баян менән күҙ нурҙарыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырҙыҡ, – ти 100 йәшендә лә гәзит уҡыған Нурйыһан Дәүләтшина. – Ҡошсоҡтарымдың ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер йомғағымды һүтәм. Ошо бәхет түгелме ни!? Бер быуат ғүмер йәшәйем. Үҙ аяғымда йөрөп ятам, аҡылым теүәл, зиһенем асыҡ – ошонан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкин түгел.

Нурйыһан инәй һөйләүенсә, барыһын да баштан үткәргәндәр, улар кисергән ҡайғы-михнәттәрҙе бүтән береһенә лә күрергә яҙмаһын!

Башҡортостан гәзите. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас