МАТБУҒАТ
8 Апрель 2022, 05:11

Рәхмәт әйтеп ултырыр

Ул депутат булып эшләү дәүерендә һәммәһе 300 мең һумдан артыҡ аҡса халыҡҡа гәзит яҙҙырған!  

Рәхмәт әйтеп ултырырРәхмәт әйтеп ултырыр
Рәхмәт әйтеп ултырыр

Хәтәр, беҙҙең өсөн ныҡ ҙур аҡса, беҙҙә ул сама булһамы? Машина алыр инек (машиналар арзаныраҡ саҡта, әле алып булмаҫ ине), ипотеканың өстән бер өлөшөн ҡаплар инек, йылы яҡта, диңгеҙҙә, ғүмерҙә бер, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтыр инек....

Зариф Байғусҡаров гәзит-журналдарға тотонған был сумманы. Был аҡсаларҙан беҙгә лә өлөш сыға, тәтей, былтыр ғына яҙҙыра алмай ҡалдыҡ, һемәйҙек. Бына әле шылтыратыу яңғыраны: Зариф Закир улы өс "Юшатыр" яҙҙырам, ти. Кем теләй, әммә мөмкинселеге юҡ, шуларға. Бер сәғәт ваҡыт, шундай кешеләрҙе табығыҙ. Таптыҡ. Рәхмәт, Зариф Закирович, беҙҙе уҡыған һайын һеҙҙе иҫкә төшөрөп, рәхмәт әйтеп ултырырҙар. Аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлау белмәһен.  

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас