

Күрше тирә-яҡ йыйылып, уны ҡотларға керҙек һәм ошо хаҡта, сәйҙе эсеп бөтөр-бөтмәҫтән, “Юшатыр”ыбыҙға шылтыратып һөйләргә булдыҡ. Бик оператив эшләйҙәр ҙә инде үҙҙәре. Беҙ улай-былай итеп, юбилярҙы ҡотлап, теләктәребеҙҙе теләп, өйгә ҡайтҡансы улар интернет селтәренә яҙып та ҡуйғандар. Һәр ваҡыт та телефон аша әйткәндәрҙе лә үҙегеҙ күргән кеүек теҙеп яҙаһығыҙ, һеҙгә афарин тип әйтәм. Киләсәктә лә шулай өлгөр, барыһынан да алда булып, халҡыбыҙҙың яратҡан гәзите булып ҡалығыҙ.
Сәмәрә РЫҪҠОЛОВА, Яңы Таймаҫ ауылы