

Сумма шул уҡ, шуға, бәлки, әлеге бүләктәр йыйлмаһы теге ваҡыттағына ҡарағанда, ҡойтораҡ та килеп сыҡҡандыр. Шулай ҙа бойоғорға сәбәп юҡ - бары менән байрам. Беҙҙе иң ҡыуандырғаны: бәләкәй генә бүләгебеҙҙе лә ҙур итеп ҡабул итәләр. Иң ҙур теләк: тормошта ошондай кескәй генә ваҡиғаны ла (бүләк отоу, осрашыуҙар, үҙ-ара мөнәсәбәт) олоға һанап, ҡай саҡ, бәлки, сәбәпһеҙҙәндер ҙә, үҙебеҙгә үҙебеҙ байрам яһап йәшәргә яҙһын. Квитанцияларығыҙҙы көтәбеҙ. Бергә ҡалайыҡ.