Бүләктәр әҙер булғансы уҡ беҙгә квитанциялар килә башлағайны, артабан улар тағы ла күберәк булыр тип ышаныслы әйтәбеҙ.
Ниндәйҙер уҡыусыбыҙға ниндәйҙер бүләк биргәндә, үҙебеҙҙе күктең етенсе ҡатында тоябыҙ - был тиклем шатланған кешене, рәхмәттәргә тулы күҙҙәрҙе башҡа ҡайһы ерҙә осратырһың икән? Беҙҙең халыҡ - бәләкәй нәмәне лә ҙур итеп, кескәй генә ҡыуаныстарҙы ла оло итеп ҡабул итә белгән халыҡ.
Киләһе ярты йыллыҡта ла бер-беребеҙҙе ҡыуандырышып, бер-беребеҙгә рәхмәтле ҡарап йәшәргә яҙһын ине.