

Һин ашыҡһаң, ул ҡабалана тигән кеүек, ҡайһы бер планлаштырылған нәмәләр төшөп ҡалған - кисә уҡыусыларыбыҙ араһында бүләк уйнатҡайныҡ, бер уҡыусы отто, шул турала хәбәр итергә, интернет менән булашып, онотҡанбыҙ.
Рәйлә апай Аҡһарова - беҙҙең гәзиттең тоғро уҡыусыһы. Башҡорт үҙе тотоп ҡарамайынса ышанмай, тиҙәр, ҡағыҙ гәзит - икенсе, уны ҡапшап, һыйпап, үҙ ҡулдарың менән тойоп, хатта еҫкәп тә була. Интернетҡа ышаныс аҙ, ә ҡағыҙ гәзит алдамаҫ.