

Таныш ҡапҡа, баҡса, тупһа.... Хәтер төптәрендә ҡаҙына торғас, бигерәк тә, инәй үҙе ҡаршы сыҡҡас иҫкә төштө - былтыр ғына алғайны ла баһа беҙҙең бүләкте. Бына, булһа була икән, тағы ла "Юшатыр" бүләген оторға яҙған.
Өй тулы ҡунаҡ. Киленем һәм ҡоҙасалар тип таныштырҙы улар менән инәйебеҙ. Торараҡ бер ҡоҙа ла инеп ултырҙы. Бүләгебеҙҙе тапшырҙыҡ, һорайбыҙ: былтырғы бүләкте тотонаһыңмы? Үтекләй торған таҡта ине ул.
- Юҡ. Һаман шул көйө тора. Ейәнем армиянан ҡайтты ла Себергә сығып китте. Уның туйына тип һаҡлайым.
Табын әҙерләгәндәр. Ҡоҙа-ҡоҙасалар менән өҫтәл артына үттек. Шалт та шолт фотоға төшөрә башланылар, былай йөрөү беҙҙең өсөн ҡәҙимге, көндәлек эш булһа, улар өсөн, күрәһең, беҙҙең килеү ваҡиға һымаҡтыр.
- Киләһе йылда йәнә алып киләһегеҙме бүләкте?
- Әлбиттә, отһаң, һә тигәнсе килеп етәбеҙ. Иҫән-һау ғына йәшәп тор, Зилә инәй.