МАТБУҒАТ
1 Июня 2022, 06:11

Тағы ла күрешербеҙ

Беҙ килеп төшкәндә ул баҡсаһында булаша ине.

Тағы ла күрешербеҙТағы ла күрешербеҙ
Тағы ла күрешербеҙ
Фәриә Собханғолова. Өйҙә генә яталыр, бик булмаһа, донъяға тәҙрә аша ғына ҡарап ултыралыр тиһәк.... Ҡайҙа, помидорҙарын, кишер, еләктәрен тикшереп йөрөй. Декабрҙә инәйгә 85 йәш була.
- Баҡса тип аптырайһың, картуфты ла үҙем сәстем мин. Тауыҡтарым бар. Бабайым үлгәс, өс йыл һарыҡ-кәзәне лә бөтөрмәй тоттом, хәҙер юҡ. 
Фәриә инәй беҙҙең бүләкте - кәстрүлде отто. Шуны биреп китәйек тип килгәйнек Абдулға. 
- 4 бала үҫтерҙек бабайың менән, уларҙың 3-һө Себерҙә йәшәй, бәләкәсе Абдулда, башҡа тора. 11 ейән-ейәнсәрем бар.  Һаулыҡ нисек ти, шәп. Гел эшләп тик йөрөгәнгәме икән, бер ҡасан да ауырығаным булманы. 40 йыл буйы һыйыр һауҙым. Тәүҙә Каганович колхозы булды беҙҙең хужалыҡ, шунан Мораптал совхозы иттеләр. Бабай почтальон булды... Гәзитегеҙҙе түҙемһеҙләнеп көтөп алам, шунда уҡ тулыһынса уҡып бөтәм - күҙҙәр шәп күрә минең. 
Инәйебеҙ сәй эсергә ҡыҫтаһа ла, булманы, ашыҡҡан мәл. Ахырҙа, аласығына әйҙәне - йомортҡа биреп ебәрәйем әле. 
Рәхмәт, инәй, йомортҡаң өсөн, унан бигерәк, йомарт күңелең өсөн, юбилейҙарың алда күп булыр, Алла бирһә. Тимәк, тағы ла осрашабыҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас