МАТБУҒАТ
24 Июнь 2022, 11:02

90-ңа киләбеҙ

Беҙ барып ингәндә ул ҡан баҫымын үлсәп ултыра ине.  

90-ңа киләбеҙ90-ңа киләбеҙ
90-ңа киләбеҙ
Ғайсарова Сәрүәр, Бәләкәй Муса ауылы. Хәҙерге күҙлектән ҡарағанда, боронғо тип атарлыҡ ыҡсым ғына ағас матур йорт. 
- Хәлдәрем арыу әле, ҡарттарса, - инәйебеҙ шулай тип яуапланы беҙҙең хәл белешеүгә. - 88 йәш бит инде, бына бер үҙем тырмашып йәшәп ятам. Балалар - 4-әү, барыһы ла йә Күмертау, йә Ермолайҙа йәшәйҙәр, һәғәт тә ҡайта ла төшәләр, ярҙам итеп торалар, үҙҙәре янына күптән саҡыралар, ҡайҙа, бынау донъямды ташлап китәмме ни?
Сәрүәр инәй 35 йыл уҡытыусы булып эшләгән, Мусаның балаларын уҡытҡан, әле лә онотмайҙар, сәскәләр күтәреп килеп йөрөйҙәр, рәхмәт әйтәләр, ти инәй. Бабайым Минислам 31 йыл элек вафат булды. Бригадир ине, хәтәр шәп эшләне ул, алмаған грамоталары ҡалманы. 60 тултырғайны ғына, китте лә барҙы. 10 ейән-ейәнсәрем, 20-нән артыҡ бүләләрем бар - баймын. Гәзитте йома һайын көтөп торам, сығам да ҡарайым, сығам да ҡарайым. 
Сәрүәр инәй беҙҙең бүләкте отто. Ҡан баҫымың гел һәйбәт булып, һаулығыңа зарланмай, оҙаҡ итеп йәшәргә яҙһын һиңә, инәй. 90 йәшеңә мотлаҡ киләбеҙ, ул саҡта бүләгебеҙ ҙә ҙурыраҡ булыр. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас