

Уны өлкән ҡыҙы Лидия алыҫ себер яҡтарынан ҡайтып барғанда редакцияға кереп алды.
- “Юшатыр”ҙар, ныҡ һөйөндөрҙөгөҙ. Бүләгегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, мине ҡыуандырғанығыҙ өсөн һеҙҙе лә Хоҙай Тәғәлә икеләтә ҡыуандырһын. Иҫән-һау эшләгеҙ, ижади уңыштар, сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын үҙегеҙгә, шулай уҡ барығыҙға ла ғаилә бәхете, яҡындарығыҙҙың һау-сәләмәт булыуын теләйем. Киләсәктә лә шулай әүҙем булығыҙ, беҙҙе ҡыуандырып тороғоҙ. Иҫән булайыҡ, һеҙҙең менән бергә булайыҡ. Ныҡ яратам гәзитте, ҡыҙыҡ итеп яҙаһығыҙ, афариндар», - ти Фәүриә Сәмирхан ҡыҙы.