

Матбуғатҡа яҙылыусылар, баҫмаларҙы көтөп алыусылар, шөкөр, күп. Уларҙы дәртләндереү маҡсатында төрлө акция ла ойошторола. “Яҙыл да бүләк от”, ”Аҙна һайын - бүләк” кеүек уйындарҙа ҡатнашыусылар етерлек.
“Йәшлек”те уҡыусылар ҙа бүләк отоп тора. Шундайҙарҙың береһе – Көйөргәҙе районының Ҡансыра ауылынан Мәҙинә Сәйфуллина. Баҫмабыҙҙың дуҫы шәп транспорт – велосипедҡа эйә булды. Август башында Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа ойошторолған отошта өлөшөнә төшкән бүләкте “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто филиалы – Редакция-мәғлүмәт үҙәге директоры Айнур Дәүләтбәков тапшырҙы.
Мәҙинә Нурулла ҡыҙы әйтеүенсә, ғаилә “Йәшлек” гәзите менән күптән бергә. Баҫмабыҙҙы көтөп алалар.
– Айырыуса “Тормош юлдары ҡатмарлы”, “Аҙна һорауы” рубрикаларын яратып уҡыйым, – ти еңеүсе.
Ул – юғары категориялы уҡытыусы, Ҡансырала 29 йыл башланғыс кластарҙа белем биргән, хәҙер Шабағыш мәктәбендә башҡорт теленән уҡыта. Ире Самат Сәғиҙулла улы “Газпром газораспределение” йәмғиәтендә эшләй.
Өлгөлө, моңло, әүҙем һәм егәрле ғаиләлә – өс бала. Айнур Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлап, Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау станцияһында инженер булып эшләй, әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡан. Наҙгөл Салауат ҡалаһындағы медицина колледжында уҡып сығып, хәҙер ситтән тороп юғары белем ала, эшләп тә йөрөй. Кинйә ҡыҙҙары Алтынай Күмертауҙағы республика гимназия-интернатының 8-се класына уҡырға барҙы. Ата-әсәһен ҡыуандырып, апаһы-ағаһы кеүек яҡшы уҡый.
Әйткәндәй, еңеүсебеҙ “Йәшлек”кә һәм райондың ”Юшатыр” гәзитенә яҙылған квитанцияһын ебәргән. Артабан да шулай матур-матур бүләктәр алырға, гөрләп йәшәргә яҙһын!
Дуҫтар, әле ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу бара. Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
А. АҠБУЛАТОВА.
"Йәшлек" гәзите.