МАТБУҒАТ
5 Сентябрь 2022, 04:35

"Ватандаш" журналына яҙылыусыларға - бүләктәр!

Көйөргәҙе районынан Гөлназ Әҙеһәмова кескәй ҡумтаға эйә булды. 

"Ватандаш" журналына яҙылыусыларға - бүләктәр!"Ватандаш" журналына яҙылыусыларға - бүләктәр!
"Ватандаш" журналына яҙылыусыларға - бүләктәр!

2022 йылдың икенсе ярты йыллығына "Ватандаш" журналына яҙылыусылар араһында "Ағиҙел" берекмәһе етештергән бүләктәр уйнатылды.
Бәхет Новосибирск өлкәһендә, Өфөлә, Башҡортостан райондарында йәшәүсе тоғро дуҫтарыбыҙға йылмайҙы.
Көйөргәҙе районынан Гөлназ Әҙеһәмова кескәй ҡумтаға эйә булды. Ҡуллама өсөн туҫтаҡ - Өфөнән Гөлнур Яҡупова өсөн бүләк. Милли стилдәге ағас ҡурсаҡ (матрешкалар) Дәүләкән районынан Рәмилә Зарипова менән Архангел районынан Зуля Камалетдинова өлөшөнә төштө. 
Төп бүләк - һандыҡ Новосибирск ҡалаһына китә! Журналыбыҙға яҙылып, квитанцияһын редакцияға ебәргән Рәшиҙә Әхмәтгәрәеваны ихлас ҡотлайбыҙ!
Гөлназ Әҙһәмова:
- 2022 йылдың икенсе ярты йыллығына «Ватандаш» журналына яҙылыусылар араһында "Ағиҙел" берекмәһе етештергән бүләктәр уйнатылды.
Һәм миңә «Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!» акцияһында ДҮРТЕНСЕ тапҡыр бәхет йылмайҙы!
Бәләкәй ҡумта - МИНЕКЕ.
Милли матбуғатты алдырайыҡ, уҡыйыҡ, дуҫтар!

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас