

- Матбуғаттан бала сағымдан бирле айырылғаным юҡ. Атай-әсәйем һәр ваҡыт өй тултырып гәзит-журналдар алдыра торғайны. Хәҙер беҙ ҙә уларҙан өлгө алып балаларға Аҡбуҙат, Аманат журналдарын яҙҙырһаҡ, үҙебеҙгә лә гәзит, журналдарҙы күпләп алдырабыҙ. Бигерәк тә үҙебеҙҙең гәзитебеҙ “Юшатыр”ҙан айырылғаныбыҙ юҡ. Һәр ваҡыт районыбыҙ, ҡалабыҙ яңылыҡтарын оператив рәүештә белеп торабыҙ. Ҡыҙыҡлы, фәһемле, тура һүҙле итеп яҙылған гәзитебеҙҙән киләсәктә лә айырылмаҫбыҙ.
P.S. Әле киләһе йыллыҡҡа яҙылыу бара, 2023 йылда ла бергә ҡалырбыҙ тип ашыныбыҙ.