Өмөтһөҙ - шайтан, беҙ яҡшылыҡҡа ышанып йәшәргә әллә ҡасандан күнеккән халыҡ, иң ауыр мәлдә лә йылмайырға тырышабыҙ, шаярған да булабыҙ хатта - шунһыҙ булмай. Тормош дауам итә. Һәр кемдең үҙ эше, үҙ урыны тигәндәй, Юшатыр ҙа, артабанға ҙур өмөттәр бағлап, эшләүен дауам итә. Ышанабыҙ: тап беҙҙең гәзиттә иң тәүгеләрҙән булып, барыһы ла тынысланды, егеттәр бөтәһе лә иҫән-һау, бөп-бөтөн булып тыуған илгә ҡайтты тип уҡырһығыҙ.
...Киләһе аҙна бүләге ошо. Кемдеңдер йәшәү дәртен аҙ ғына булһа ла күтәрә ала икән был бүләк, тимәк, барыһы ла юҡҡа түгел. Квитанцияларҙы көтәбеҙ.