Все новости
МАТБУҒАТ
17 Октября 2022, 11:46

Ят йәрҙәр кәрәкмәй

Район хакимиәтендә бөгөн, һәр саҡтағыса, көндәлек эштәргә сумған көн. Барыһы ла, һәүетемсә, үҙ ағымы менән аға.  

Ят йәрҙәр кәрәкмәй
Ят йәрҙәр кәрәкмәй
Бер генә мәшәҡәт: бөгөн бында гәзиткә яҙылығыҙ тип почтальон килгән. Береһе лә береһен дә ҡыҫтамай, һәр кем үҙе теләгән баҫмаға яҙыла. Көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы ташҡа үлсәйем, һәр кеме йәне теләгәнен башҡара. Юшатырға яҙылығыҙ тип орандар һалыу ҙа булманы беҙҙең яҡтан, күргән күҙ былай ҙа күрә, һиҙгер күңел былай ҙа һиҙә, йәне тартҡаны былай ҙа тартылып тора. Яратҡандар былай ҙа ярата, ә ят йәрҙәр беҙгә кәрәкмәй -  һөймәгәнгә һөйкәлмә. 
Йән һөйгәндәр киләһе йылда ла күп булыр тип ышанабыҙ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: