- Бал ебәрәм, "Юшатыр"ға яҙылған берәйһенә бирегеҙ, - тине уҡыусыбыҙ, - исемемде әйтмәгеҙ, уныһы мөһим түгел.
Бал беҙгә тәғәйен түгел икәнен белгәс тә шатлыҡ кәмемәне, уҡыусыбыҙ шатлығы - беҙҙең шатлыҡ, кемдер беҙҙең исемдән бал ашай икән, уның тәмен беҙ ҙә тоясаҡбыҙ.
Рәхмәт, Уҡыусыбыҙ, үҙегеҙ ҙә доньяла балдай татлы, майҙай туҡ булып ғүмер итегеҙ.
Балды киләһе аҙнала уйнатабыҙ.