Все новости
МАТБУҒАТ
24 Октября 2022, 14:11

Осто йөрәк, осто йөрәк

Йондоҙҙарҙан бейегерәк.   

Осто йөрәк, осто йөрәк
Осто йөрәк, осто йөрәк

Белеп торабыҙ бит инде эсендә нимә икәнен, шулай булһа ла, тулҡынланабыҙ, әйтерһең, был хаттар йән һөйгән йәрҙән килгән.

Һәм эсендә һиңә генә тәғәйен һөйөү һүҙҙәре яҙылған, ә беҙ бер мәлгә генә булһа ла, һинд киноларында ғына була торған мөхәббәт геройына әүереләбеҙ. 
Квитанциялар. Хаттарҙы бөгөн теге көнгә ҡарағанда ла әллә күберәк килтерҙеләр, ахры (былар бер үк хаттарҙы, килтереп сығара ла баҫа икән тип уйлай күрмәгеҙ, берүк) Барыһы ла ҡәҙимге, барыһы ла алдан белгән ваҡиға булһа ла, йөрәк, барыбер, йышыраҡ тибә башланы, урынынан сығып китте лә кеүек, хәйер, сығып китмәне, уны үҙебеҙ тартып алдыҡ:
- Йыртып астым күкрәгемде, йолҡоп алдым йөрәгемде,
Һәм йомарлап устарыма, илттем уны дуҫтарыма.....
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: