Все новости
МАТБУҒАТ
9 Ноября 2022, 16:14

Аҡтан-аҡ булһын

Нәфис кенә тип маҡтаған бүләгебеҙҙең эйәһе өлөшөнә төшкәнде килеп алды. 

Аҡтан-аҡ булһын
Аҡтан-аҡ булһын
Свобода ауылынан Мәҙинә апай Ҡолмөхәмәтова отҡайны был порошокты. Улы Альберт килеп алды. Апай үҙе бушамай - Свобода дауаханаһында эшләй. Дауаханала ул нисек, 20 йәштән эшләй башлаған, әле лә шәфҡәт туташы булып хеҙмәт итеүен дауам итә. Быйыл ғына 60-ын тултырған апайыбыҙ. Тормош иптәше Әмир ағай атҡаҙанған комбайнсы икән, Мораптал совхозында маҡтаулы эшсе булған. Бына һиңә кәрәкһә, бүләкте хәс белеп биргән кеүек килеп сыҡты ла баһа - ауыл алдынғыларына.
Мәҙинә апай үҙе диндә икән, ауылда, күрше-тирәлә ниндәй дини байрам, йола була, мотлаҡ уны саҡыралар, халыҡҡа иман тарата. 
Әлеге порошоктай, ап-аҡ булған юлдарығыҙ оҙон булһын, бәхетле булһын. Ҡотлайбыҙ! 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: