-4 °С
Облачно
Зилә Фәтҡуллина апай, тупһа аша үтеү менән шулай тине. Яңы Таймаҫтан ул үҙе, ҡалаға килгән.
- Яңы тубыҡ ҡуйҙылар тигәс тә, йәйәү сыҡтың да киттеңме әллә?
- Юҡ, Свободанан Ишйәр Йомағолов алып килде, беләһегеҙ ҙә: ул теге фронтҡа буржуй мейестәр яһап ебәргән бабай, шуның машинаһына ултырып.
Зилә апайбыҙҙы оло тип әйтергә тел бармай, һаман йор һүҙле, теремек, тубыҡтарҙың быуынын да алмаштырғанғамы, йүгереп кенә йөрөй.
- Чебоксарҙа алмаштырҙылар, унда дауахана шәп икән, бынан юллама менән шунда ебәргәйнеләр.
Апайыбыҙҙы ҡотланыҡ. Яңы тубыҡ менән дә бүләк менән дә - ул "Юшатыр"ҙың сираттағы бүләген отто.
Тағы ла оҙаҡ йылдар әлегеләй, ауыртыу-һыҙланыуҙар белмәй, йүгереп кенә йәшәргә яҙһын һиңә, Зилә апай.