Все новости
МАТБУҒАТ
1 Декабря 2022, 12:02

Күңелдәр бөтөн булһын

- Беҙҙең шәбағыштар ныҡ тырыш бит ул.

Күңелдәр бөтөн булһын
Күңелдәр бөтөн булһын
Сәмле халыҡ, береһе лә бот күтәреп ятмай, - сираттағы бүләгебеҙҙе отоусы уҡыусыбыҙ - Юлиә Кантюкова апайыбыҙ, әйтерһең, үҙе Шәбағышта тыуып-үҫкән кеше, ауылды, ергә лә төшөрмәй, маҡтаны. 
Шәбағыш килене ул, бынан әллә нисәмә йылдар элек, Йоматау ауыл хужалығы техникумын бөтөп, Күмертау совхозына эшкә ебәрелгән булған да ошонда таш булып батҡан. Шәбағышта бер йыл да йөрөп өлгөрмәгән, кейәү табылған. 
- Ҡалта ҡыҙы мин үҙем, Шәбағышта 40 йыл тиерлек йәшәйем, совхозда бухгалтер булдым, 7 директорҙы алмаштырҙым. Ул саҡта.... Беҙҙең совхозды республика ғына түгел, бөтә ил белә ине! 
Ике балабыҙ бар, малай һәм ҡыҙ, ике ейәнсәр ҙә бер ейәнебеҙ булды... Пенсияла булһаҡ та, һаман эшләйбеҙ әле, бабай ҙа эшләй, мин дә.
Ауылдар тора-бара бөтөр инде, тип уфтаныштыҡ... 
Ҡотлайбыҙ, Юлиә апай, бөтә торғаны бөтөр, моғайын, үҙебеҙ бөтмәйек. 
Бөтөн күңел менән, оҙаҡ йылдар, йәшәргә, эшләргә яҙһын һеҙгә. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: