Шым ғына килә, шым ғына сығып китә. Үҙе ҡала кешеһе, был ысынтылап уҡыймы икән ни?
- Гәзитегеҙ ныҡ оҡшай миңә, юҡһа, яҙылмаҫ инем. "Юшатыр"ҙы Мәләүезгә лә алып барам, таныштарға, улар ҙа маҡтай. Үҙем урам йыйыштырыусы булып эшләйем, оҙаҡ йылдар инде. Тыумышым менән Яҡуптан мин.
Ғүмәр Абдуллин. Бүләк һиңә тигәс, юғалды ла китте, юҡ, кәрәкмәй, мин бүләк өсөн алдырмайым тип бер булды.
- Бай түгелһеңдер, эш хаҡым аҙ тип һылтауламай, йылдар буйы алдырғаның, тоғролоғоң өсөн, рәхмәт йөҙөнән бирәбеҙ.
Баҫалҡы, йыуаш кеше йәнгә яҡыныраҡ була. Ғүмерең бәхетле, бәхетең ғүмерле булһын, Ғүмәр.