Все новости
МАТБУҒАТ
13 Декабря 2022, 16:57

"Бергә булайыҡ"

- Шул ерҙә, шунса сәғәттә сара була, киләһегеҙме?

"Бергә булайыҡ"
"Бергә булайыҡ"
- Ә ниндәй сара?
- Бер класс менән үткәрәбеҙ, һеҙҙән бүләк кәрәк һәр балаға.
- Улай икән. Ҡарале, бәлки, бармайыраҡ торайыҡ, мәктәп масштабында булғанына барырбыҙ, әле аҡса менән дә хәл хөртөрәк, - был апай йылына әллә нисә рәт шылтырата, бүләк кәрәккәндә. 
- Әллә, башҡорт башҡортҡа терәк булырға тейеш тип кенә шылтыратам, - ятланған һүҙҙәрҙе йәнә ҡабатланы, уларҙы йылына бер нисә ҡабатлай.
- Уныһы дөрөҫ. Ә "Юшатыр"ға яҙылдыңмы ул әле? 
- Юҡ... Әйҙә, быйылға яҙылмай торайым, ә? 
- Ярар, үҙең беләһең. 
- Икенсе мәртәбә саҡырһам, килегеҙ, бүләк, грамота кәрәк - бергә булайыҡ.
- Ярар, килербеҙ. Бергә булайыҡ. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: