Все новости
МАТБУҒАТ
22 Декабря 2022, 16:33

Беҙ һәм һеҙ

Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы.

Беҙ һәм һеҙ
Беҙ һәм һеҙ

Тап ошо мәлдә шулай була торған - Яңы йыл мөғжизәләр көтә торған ваҡыт. Ҡапыл ғына нимәлер булыр (әлбиттә, ҡыуаныслыһы), тормоштарҙы, аҙ ғына булһа ла, яҡшы яҡҡа үҙгәртер кеүек. Күңел бары менән генә хушһынамы, тағы нимәлер кәрәк, уныһы булһа, йәнә берәй нәмәһе етмәй. (Төп теләгебеҙ әле, билдәле - Тыныслыҡ).
Аҙаҡ ҡына, күпмелер ваҡыт үткәс, аңлайһың: барыһы ла бар, бөтәһе лә етә икән, күп осраҡта, ерле юҡтан, үҙеңде үҙең ашайһың, тыныс ҡына тибер йөрәкте үҙең ҡужғытаһың икән.
Иң мөһиме: беҙ бар - һеҙ һәм беҙ. Һеҙ теге яҡта, беҙ был яҡта түгел, барыбыҙ ҙа бер йылға уртаһында (тормош тигән), бөтәбеҙ ҙә ошо йылға буйлап йөҙөп китеп барабыҙ. Киләһе йылда ла бергә булһаҡ ине, йөҙөп барыуҙары шулай еңелерәк.
Фотола: "Искра" хужалығы эшсәндәре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: