Все новости
МАТБУҒАТ
11 Января 2023, 10:16

“Яратып уҡыйым”

Сираттағы бүләгебеҙ Күмертау ҡалаһында ҡалды. 

“Яратып уҡыйым”
“Яратып уҡыйым”

Уны Ҡорбанғәли Ишкинин отто. Башҡортостандың атҡаҙанған машина төҙөүсеһе, хеҙмәт ветераны Ҡорбанғәли ағай 37 йыл ғүмерен КүмАПП-та хеҙмәт итеүгә бағышлай. Уның эшен баһалаған Маҡтау, Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары бихисап. Ҡотлайбыҙ, Ҡорбанғәли ағай! Киләсәктә лә гәзитебеҙҙең яҡын дуҫы булып, именлектә йәшәргә яҙһын.
- “Юшатыр”ҙы сыға башлағандан бирле алдырам. Һәр һанын түҙемһеҙләнеп көтөп алам һәм ентекләп уҡып сығам. Гәзит килһә бер яҡын туғаныңды күргән кеүек булып китә. Киләсәктә лә һеҙҙең менән бергә булып, яңылыҡтарҙы оператив рәүештә уҡып барырға булһын. Рәхмәт, “Юшатыр”ҙар! Һәр ваҡытта ла шулай тапҡыр һүҙле, өлгөр ҙәм оператив булып ҡалығыҙ.
Гәзит уҡыусыларҙың барыһын да Яңы йыл менән ҡотлайым. Донъяларыбыҙ тыныс, имен булһын. Барығыҙға ла сәләмәтлек, уңыштар теләйем, - ти Ҡорбанғәли Ишкинин.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: