-3 °С
Облачно
85 йәште үткән инәй әле лә беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ, ул беҙҙең яҙған мәҡәләләребеҙҙе уҡып бергә шатлана, бергә борсола. Ҡотлайбыҙ һеҙҙе Гөлъямал инәй! Киләсәктә лә бергә ҡалырға яҙһын!
- 60 йылға яҡын гәзит алдырып бер ҙә бүләк отҡаным булмағайны. Яңы йыл алдынан бүләк отҡаныма шатландым, “Юшатыр” хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт. Эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Яңы йыл тик ҡыуаныстар ғына алып килһен! Йылдарыбыҙ имен, донъяларҙа тыныслыҡ урынлашһың, тик яҡшы ғына хәбәрҙәр ишетергә тура килһен, ғаиләләребеҙ иҫән - һау, сәләмәт булһын. Барығыҙға ла ижади уңыштар ғына теләйем, туған телебеҙҙә сыҡҡан баҫмабыҙ беҙҙе шатлыҡлы хәбәрҙәр менән генә ҡыуандырһын, - ти Гөлъямал Мәҡсүтова инәй.