МАТБУҒАТ
16 Июня , 07:10

""Юшатыр"ҙар кеүек дуҫтар булыу ҙур ҡыуаныс"

Дини-мәҙәни үҙәктә булдыҡ

""Юшатыр"ҙар кеүек дуҫтар булыу ҙур ҡыуаныс"""Юшатыр"ҙар кеүек дуҫтар булыу ҙур ҡыуаныс"
""Юшатыр"ҙар кеүек дуҫтар булыу ҙур ҡыуаныс"

“Юшатыр” гәзитенә яҙылыу өсөн беҙҙе Күмертау Дини-мәҙәни үҙәгенә саҡырҙылар. Унда бер төркөм дуҫтарыбыҙ “Юшатыр”ға яҙылып ҡыуандылар һәм беҙҙе лә һөйөндөрҙөләр. Рәхмәт! Киләсәктә лә һеҙ беҙгә, ә беҙ һеҙгә кәрәк һәм терәк булып йәшәргә, эшләргә яҙһын.
- “Юшатыр” гәзите беҙгә ныҡ яҡын. Дини мәҡәләләребеҙҙе, сараларыбыҙҙы, даими рәүештә баҫтырып баралар, яңылыҡтарыбыҙ менән бүлешәләр. Был беҙҙең өсөн ҙур ярҙам. “Юшатыр”ҙар кеүек дуҫтар булыу оло ҡыуаныс, - тине Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе, ахун Айнур хәҙрәт Ҡәҙимов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Матбуғатҡа икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыуға һанаулы ғына көндәр ҡалып килә. Кемдәр Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы өсөн башҡорт телендә сығыусы берҙән-бер милли матбуғат баҫмаһы “Юшатыр”ға яҙылмаған, почта бүлексәһендә йәки онлайн тәртибендә яҙылырға була. Онлайн-яҙылыу сервисынан rbsmi.ru/catalog/podpiska сайтына инеп яҙылырға мөмкин.

Автор:
Читайте нас