Новости
15 Октября 2021, 09:12

Башҡортостанда ҡош киҙеүе тураһында нимәләр белергә кәрәк?

Тарихта тәүге тапҡыр Башҡортостанда ҡош киҙеүе теркәлде. Ни өсөн улай килеп сыҡты, нимә көтөргә һәм кибет-баҙарҙарҙа ҡош ите һатып алыу хәүефлеме? Иң мөһим һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының хайуандар менән эшләү өлкәһендә дәүләт күҙәтеүе бүлеге начальнигы Линар Йыһаншин яуап бирә.

Башҡортостанда ҡош киҙеүе тураһында нимәләр белергә кәрәк?Башҡортостанда ҡош киҙеүе тураһында нимәләр белергә кәрәк?
Башҡортостанда ҡош киҙеүе тураһында нимәләр белергә кәрәк?

Тарихта тәүге тапҡыр Башҡортостанда ҡош киҙеүе теркәлде. Ни өсөн улай килеп сыҡты, нимә көтөргә һәм кибет-баҙарҙарҙа ҡош ите һатып алыу хәүефлеме? Иң мөһим һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығының хайуандар менән эшләү өлкәһендә дәүләт күҙәтеүе бүлеге начальнигы Линар Йыһаншин яуап бирә.
Нимә булды?
Алдан күҙаллауҙарға ярашлы, Туймазы районындағы бер хужалыҡтың ҡаҙҙары ирекле рәүештә осар ҡоштар төшөп йөрөгән күл буйында аҫралған һәм улар менән бәйләнештә булған. Әлеге ваҡытта белгестәр эпизоотологик тикшереү уҙғарып, сир сығанағының ҡайҙа булыуын һәм вирус артабан таралғанмы-юҡмы икәнде асыҡлай. Былтыр ҙа ошоға оҡшаш хәл булғайны: республика сигенән биш саҡрым ғына алыҫлыҡта сир осраҡтары теркәлгәйне, әммә ул саҡта ауырыу беҙгә үтеп инә алманы.
Быйыл Рәсәйҙең 11 төбәгендә 32 осраҡ теркәлеп өлгөргән. Уларҙың етәүһе һуңғы айҙа Силәбе, Ырымбур, Төмән һәм Һарытау өлкәләрендә булған.
Вирус табылған ауыл биләмәһендә биш километр радиуста карантин индерелде. Биләмәләге барлыҡ ҡоштарҙы юҡ итергә тура киләсәк, хужалары компенсация аласаҡ. Эйе, был яҡшы эш түгел, әммә хәүефһеҙлек талаптары шулай ҡуша. Мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сирҙе туҡтатыу бурысы тора.
Нимә ул «ҡош киҙеүе»?
Уны йыш ҡына «тауыҡ чумаһы» йәки «тауыҡтарҙың Эбола лихорадкаһы» тип тә атайҙар. Ул – киҫкен инфекция сире. Төп таратыусылары – кейек ҡоштар, шулай уҡ турғайҙар, ҡарғалар, күгәрсендәр. Ауырыу ныҡ йоғошло, тауыҡтарға һәм ҡаҙҙарға тиҙәк, ем, һыу йәки бер-береһенең янында булыу сәбәпле йоға. Инкубация осоро бер көндән 21 көнгә тиклем дауам итә. Ҡоштар үҙҙәрен сәйер тота башлай, туҡтауһыҙ һыу эсә, ҡуҙғый, ҡарҡылдаған тауыш сығара, түңәрәк яһап йөрөй, башын артҡа ташлай, кикереге күгәрә, күҙ ҡарашы томанлана, эсе китә, тәне тартыша. Ғәмәлдә сирле ҡоштарҙың үлеме йөҙ процент тәшкил итә.
Кешегә йоғоуы ихтималмы?
Ихтимал! Медицинала ҡоштарҙан кешегә сир йоғоу осраҡтары билдәле, ә бына кешенән кешегә әлегә юҡ. Шуға күрә тәү сиратта хәүеф төркөмөндә – ҡошсолоҡ фермалары эшсәндәре, зоотехниктар, ветеринарҙар.
Зарарланғандан алып тәүге билдәләр барлыҡҡа килгәнгә тиклем бер нисә сәғәттән биш көнгәсә ваҡыт үтеүе ихтимал. Артабан миҙгел киҙеүенә хас билдәләр күҙәтелә: өшөү, тән температураһының 38 градусҡаса һәм юғарыраҡ күтәрелеүе, тән, баш һәм тамаҡ төбө ауыртыуы. Инфекция йоҡторған кешенең хәле ҡапыл насарая, еүеш йүтәл барлыҡҡа килә, тын алыуы ауырлаша, һығыла, сир хатта пневмония кеүек эҙемтәләргә лә килтереүе бар.  Бәлки, берәй ваҡыт мутация һөҙөмтәһендә вирус кешенән кешегә лә йоға башлар, әлегә хәл уға барып етмәгән.
Сирле күренгән йорт һәм ҡыр ҡоштарына ҡул менән теймәгеҙ, балаларға ла быны яҡшылап аңлатығыҙ.
Йорт ҡоштарын нисек һаҡларға?
Иң һөҙөмтәле сара – профилактика. Хужаларға бөгөндән үк барлыҡ ҡош-ҡортон бикләргә кәңәш итәбеҙ. Шул алым менән генә һеҙ уларҙы ҡыр ҡоштары менән аралашыуҙан сикләй алаһығыҙ. Ҡош-ҡортоғоҙҙо йылға-күлдәргә сығармағыҙ, таныш булмаған етештереүселәрҙән ем һәм ҡош һатып алмағыҙ. Әгәр һуғымға тигән ҡош-ҡортоғоҙ булһа, әле үк һуйырға кәрәк. Үҙегеҙҙең йәки күршеләрегеҙҙең ҡош-ҡортонда хәүефле билдәләр күрһәгеҙ, шунда уҡ ветеринар хеҙмәт саҡыртығыҙ. Өндәшмәй йәшереп ҡалдырырға, зарарлы итте һатырға һис тә ярамай – бының өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған. Ҡапыл ғына ҡоштарҙың күпләп үлеүе, сирләүе тураһындағы мәғлүмәтте йәшергән өсөн 100 мең һумға тиклем штраф һалыуҙары ихтимал. Белгестәр менән бәйләнешкә инеү, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреү өсөн «ҡыҙыу линия» телефоны: 8 800 775 58 28. Шылтыратыу бушлай.
Ни өсөн ҡош-ҡортҡа прививка эшләтергә ярамай?
Ҡош киҙеүенә ҡаршы прививка бар. Бынан тиҫтә йыл самаһы элек, илдәге тәүге эпидемия мәлендә, бер нисә миллион ҡошҡа вакцина яһалды. Әммә ундай продукцияның сифаты кәмей. Йәғни әлеге ваҡытта «юғары сортлы» һаналған ризыҡ «беренсе» йәки «икенсе» сортлыға әйләнәсәк. Бындай иткә һорау ҙа, килем дә аҙыраҡ буласаҡ. Әгәр вакцинациямы әллә барлыҡ ҡош-ҡортто юҡ итеүме, тигән һорау тыуһа, әлбиттә, тәүгеһен һайлаясаҡтар. Әммә локаль осраҡтарҙа юҡ итеү яҡшыраҡ, сөнки вакцинация ярҙам итмәйәсәк.
Кибет-йәрминкәләрҙә ҡош ите һатып алыу хәүефлеме?
Республиканың барлыҡ эре ҡошсолоҡ предприятиелары ябыҡ режимда эшләй һәм уларҙағы ҡош-ҡорт тышҡы мөхит менән бәйләнешкә инмәй. Бынан тыш бөтә продукцияны даими рәүештә ветеринарҙар тикшереп тора. Шуға күрә кибеттәрҙә һәм рәсми баҙарҙарҙа ҡош ите һатып алыу хәүефһеҙ. Ә бына рөхсәт ителмәгән урындарҙан, ҡулдан, машинанан сауҙа итеүселәрҙән, әгәр уларҙың ветеринар  документтары булмаһа, ризыҡ һатып алмағыҙ. Һәр осраҡта ла продукцияны яҡшылап йыуығыҙ, эшкәртегеҙ: ҡайнатығыҙ, ҡурығыҙ һәм башҡалар.
Иғтибар!!! Ҡош киҙеүенә ҡағылышлы һорауҙар буйынса «ҡыҙыу линия» телефоны – 8 800 775 58 28. Шылтыратыу бушлай.

Башҡортостанда ҡош киҙеүе тураһында нимәләр белергә кәрәк?
Башҡортостанда ҡош киҙеүе тураһында нимәләр белергә кәрәк?
Автор:
Читайте нас