Новости
1 Ноября 2021, 11:38

Башҡортостанда йылылыҡ өсөн түләүгә бәйле нимәләрҙе белергә кәрәк? Иң мөһимдәре

Ноябрҙең тәүге көндәрендә беҙ йылылыҡ өсөн тулы айға түләү ҡағыҙҙары ала башлаясаҡбыҙ. Коммуналь хеҙмәттәргә иҫәптәр ярайһы уҡ артып киләсәк, сөнки беҙ яҙҙан алып йылылыҡ өсөн бөтөнләй түләмәнек. Йылытыу миҙгеле сентябрь аҙаҡтарында башланды. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға иң көнүҙәк һорауҙарға яуаптар әҙерләнек.

Башҡортостанда йылылыҡ өсөн түләүгә бәйле нимәләрҙе белергә кәрәк? Иң мөһимдәреБашҡортостанда йылылыҡ өсөн түләүгә бәйле нимәләрҙе белергә кәрәк? Иң мөһимдәре
Башҡортостанда йылылыҡ өсөн түләүгә бәйле нимәләрҙе белергә кәрәк? Иң мөһимдәре

Ни өсөн йә түләйбеҙ,
йә түләмәйбеҙ
Бер нисә йыл элек республика йылылыҡ өсөн түләүҙең яңы алымына күсте. Хәҙер был хеҙмәт өсөн түләү йылына һигеҙ тапҡыр – фатирҙағы торбалар йылы булған мәлдә генә килә.
Эйе, элек ысынлап та сумма аҙыраҡ ине, әммә түләүҙәр сирек тапҡырға күберәк булды, шуға күрә ҡайһы берәүҙәр шулай отошлораҡ ине, тип уйлай. Мәҫәлән, һеҙ бүлеп түләү шарты менән 12 мең һумға телевизор һатып алдығыҙ, ти. Ай һайын бер мең һумдан түләп барырға ла мөмкин, әммә айына ике мең һумдан иҫәпләшһәгеҙ, ярты йылда түләп бөтәһегеҙ. Дөйөм сумма ике осраҡта ла шул уҡ килеп сыға.
Әлбиттә, был миҫал йылылыҡ осрағына бик үк тура килеп етмәй, сөнки иртәгә һауа торошоноң нисек булырын, йылылыҡты арттырыу ихтыяжын йәки киреһенсә йылытып ебәрһә, кәметеү мөмкинлеге тыуырын (һөҙөмтәлә түләү ҙә аҙыраҡ булырын) бер кем дә алдан әйтә алмай.
Был алым халыҡҡа ҡарата ғәҙелерәк һанала, ни өсөн тигәндә, күпме тотонабыҙ, шуның өсөн генә түләйбеҙ. Элекке алым буйынса алдағы йылдың сығымдарын 12-гә бүлеп, иҫәп ҡағыҙҙары ебәрәләр ине, ә март-апрель айҙарында иҫәптәр ҡайтанан ҡаралды. Әгәр йыл йылы булһа, иҫәп ҡулланыусылар файҙаһына килеп сыға һәм күпмелер аҡса кире ҡайтарыла. Әгәр йыл һыуыҡ булһа, халыҡ өҫтәп түләне. Ай һайын түләүҙән тыш, биш-алты мең һумлап өҫтәмә сығым тура килгән саҡтар ҙа йыш була ине. Бынан тыш, ни эшләп йәйгеһен йылылыҡ өсөн түләйбеҙ, тип ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә табыла килде.
Бөтә эш һауа торошонда һәм яңы ҡағиҙәләрҙәме?
Иҫләйһегеҙҙер, бер йыл элек көндәр ныҡ ҡына һыуытҡайны, иҫәп ҡағыҙҙарында иҫ киткес ҙур суммалар килде. Шул мәлдә байтаҡ тикшереүҙәр уҙғарылды һәм эштең һауа торошона, йәғни һыуыҡҡа ғына бәйле булмауы асыҡланды. Проблема тәрәндәрәк булып сыҡты. Мәҫәлән, барлыҡ йорттарҙа ла дөйөм иҫәпләгес ҡуйылмаған. Тимәк, уларҙа йәшәүселәргә норматив буйынса, йәғни байтаҡҡа күберәк түләргә тура килә. Ҡайһы бер урындарҙа идарасы компания температура режимын көйләмәй һәм ҡаҙанлыҡ бер туҡтауһыҙ эшләп, йортто артығы менән йылыта (кешеләр эҫелектән тәҙрәне асырға мәжбүр). «Кеше факторы» ла роль уйнай: иҫәпләгестәге күрһәткестәр дөрөҫ тапшырылмай. Йорттарға бәйле яңылыш мәғлүмәттәр булыуы ла асыҡланды: мәҫәлән, уның дөйөм майҙаны 10 мең квадрат метр, иҫәпләү 15 меңгә ҡарата башҡарылған.
Фатирҙа түҙеп торғоһоҙ эҫе, тәҙрәләрҙе асырға мәжбүрбеҙ. Температураны кем көйләргә тейеш?
Фатирҙа температураны тейешенсә көйләү һәм дөйөм йорттоң иҫәпләгестәренең төҙөклөгөн тәьмин итеү – идарасы компанияның бурысы. «Күп фатирлы йортта дөйөм милек менән ҡулланыу ҡағиҙәләре»нең беренсе бүлегенең һигеҙенсе пунктында билдәләнеүенсә, яуаплылыҡ сиге булып дөйөм йорт иҫәпләгесе һанала һәм унан һуңғы барлыҡ хәл-торош өсөн идарасы компания яуап бирә. Шулай уҡ икенсе документта («Торлаҡ фонды объекттарын техник эксплуатациялау ҡағиҙәләре»нең икенсе бүлеге) торлаҡ объекттарында коммуникация селтәрен тейешенсә тотоу буйынса бурыстар идарасы компанияға һалына, тип әйтелә.
Йылылыҡ өсөн бүлеп түләргә мөмкинме?
Әгәр күрһәтелгән хеҙмәт (тариф түгел, ә түләргә тейешле сумма) былтырғы йылдың ошо айы менән сағыштырғанда 25 проценттан күберәккә артһа, һеҙ бүлеп түләү хоҡуғын ҡуллана алаһығыҙ. Был ҡағиҙә барлыҡ коммуналь хеҙмәттәргә – йылылыҡ, һыу, электр энергияһына ла ҡағыла. Был хаҡта «Коммуналь хеҙмәттәр күрһәтеү ҡағиҙәләре»нең 72-се һәм 73-сө пункттарында әйтелгән. Иң күп тигәндә, бер йыл дауамында бүлеп түләү мөмкинлеге бирелә. Үҙегеҙ теләгән ваҡытта алдан түләп ҡуйырға ла була, бының өсөн кемдәндер рөхсәт һорарға кәрәкмәй.
Әммә беҙ был алымды ҡулланыу яҡлы түгелбеҙ, сөнки әлеге хеҙмәт бушлай күрһәтелмәй. Законға ярашлы, тәьмин итеүсе процент алыуға хоҡуҡлы. Иң күп тигәндә ул Рәсәй Үҙәк банкының рефинанслау ставкаһына тиң була (2021 йылдың октябрендә – 6,75 процент) + 3 процент. Һөҙөмтәлә 9,75 процент килеп сыға. Быны түбән ставка тип әйтмәҫ инек.
Дәүләт ярҙамы тейешлеген ҡайҙан белешергә?
Айлыҡ килеме ҙур булмаған, коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә дөйөм бюджетының арыу уҡ өлөшө сарыф ителгән кешеләргә дәүләттән ярҙам ҡаралған. Был осраҡта проценттар түбәндәгесә иҫәпләнә:
- күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр – 13 процент;
- 60 йәштән өлкән яңғыҙ йәшәгән ир-егеттәр һәм 55 йәштән олораҡ яңғыҙаҡ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – 18 процент;
- 70 йәштән өлкән яңғыҙ йәшәгән граждандар өсөн – 16 процент;
- башҡа кешеләр өсөн – 20 процент. Уның күләме шәхсән билдәләнә һәм һеҙҙең килемегеҙ, фатирҙың майҙаны, хатта йәшәгән ерегеҙ иҫәпкә алына. Субсидия өсөн ғаризаны үҙ районығыҙҙағы социаль яҡлау идаралығына йәки Күп функциялы үҙәк аша бирергә мөмкин (икенсе вариант күпкә уңайлыраҡ).
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, инвалидтар һәм инвалид бала тәрбиәләүселәр, «чернобылселәр», тыл хеҙмәтсәндәре, хеҙмәт ветерандары, күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр дәүләттән коммуналь түләүҙәр өсөн аҡсалата компенсация (ЕДК) алыу хоҡуғына эйә. Уның суммаһы түләүҙәргә бәйле. Фатир өсөн түләү ни тиклем ҙур булһа, ярҙам күләме лә күберәк була бара. Әммә уны юллау өсөн фатирға бурыстарығыҙҙың булмауы шарт.

Башҡортостанда йылылыҡ өсөн түләүгә бәйле нимәләрҙе белергә кәрәк? Иң мөһимдәре
Башҡортостанда йылылыҡ өсөн түләүгә бәйле нимәләрҙе белергә кәрәк? Иң мөһимдәре
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас