

Октябрҙең дүрт көнөндә Рәсәйҙең дүрт ҡалаһындағы торлаҡ йортта көнкүрештә ҡулланған газ шартланы. Ошо сәбәпле барыһы ла газға бәйле хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеү, электр плитәләренә күсеү һәм башҡалар хаҡында һүҙ күтәрҙе.
Дөрөҫөн әйткәндә, бик күп кеше электр плитәһе ҡуйыу мөмкин булмаған иҫке йорттарҙа һәм фатирҙарҙа йәшәй, уларҙағы газ ҡорамалдары ла бик насар хәлдә. Әгәр берәйһендә газға бәйле проблема тыуһа, бөтә йортҡа хәүеф янай.
Газ менән ҡулланыуҙа хәүеф-хәтәргә нисек юл ҡуймаҫҡа? Белгестәр тарафынан тәҡдим ителгән мөһим кәңәштәргә күҙ һалығыҙ.
Таҙалыҡ һәм тәртип
1. Плитә өҫтө таҙа булһын, артыҡ һауыт-һаба ултырмаһын. Нимәне йылытырға кәрәк, шуны ғына ҡуйығыҙ. Был газға тулыһынса янырға булышлыҡ итәсәк.
2. Газ плитәһе янына һәм өҫтөнә (горизонталь буйынса – 20 сантиметр, вертикаль буйынса – 70 сантиметр) мебель һәм тиҙ яныусан әйберҙәр ҡуйырға ярамай.
3. Газ торбаһына еп, бау бәйләмәгеҙ. Ошо сәбәпле торбаның тоташҡан урындары бушауы, һөҙөмтәлә газ сығып, шартлауға килтереүе ихтимал.
4. Янып торған газ өҫтөндә кер йәки сәс киптереү, шулай уҡ зефир ҡыҙҙырыу – бик насар идея. Газ ярҙамында йылыныу ҙа яҡшыға килтермәй.
5. Плитәгә тоташҡан газ шлангыларын ҡарап тороғоҙ. Уларҙы артыҡ ныҡ борорға, һуҙырға, электр ҡорамалдарына яҡын ҡуйырға ярамай.
6. Ғәҙәти газ плитәһе 15 йыл хеҙмәт итә ала. Әлбиттә, «эшләй бит әле» тип, оҙағыраҡ та ҡулланырға мөмкин. Әммә шуны иҫтә тотоғоҙ: газ ҡорамалы боҙолһа, эшләүҙән туҡтаған телевизор түгел. Яңы плитә 10 мең һум самаһы тора. Эйе, ярайһы уҡ ҙур сумма, әммә авария эҙемтәләре күпкә ҡиммәтерәккә төшәсәк.
7. Төтөн юлдарын даими таҙалайһығыҙмы, әллә онотҡанда берме? Уны һәр ваҡыт таҙалап торорға онотмағыҙ.
Берәй мәшәҡәт тыуһа
8. Әгәр плитәләге ялҡын зәңгәр түгел, ә һары төҫтә булһа, тимәк, газ тулыһынса янып бөтмәй. Йәғни плитә төҙөк түгел, уның менән ҡулланыу хәүефле. Әгәр газ насар янһа йәки бөтөнләй тоҡанмаһа, ҡапыл ялҡынланһа, электр тоҡандырғыс йәки газ-контроль хәүефһеҙлек ҡорамалы эшләмәһә, тиҙ арала белгес саҡыртығыҙ.
9. Ҡорамалдың төҙөк булмауына бәйле иң хәүефле билдә – газ еҫе сығыуы. Тәбиғи газ төҫһөҙ һәм еҫһеҙ була, шуға күрә уға серек йомортҡа еҫенә тартым еҫле этилмеркаптан – этанол һәм сероводород ҡатнашмаһы өҫтәйҙәр. Был еҫте һиҙеү менән тәҙрәләрҙе асығыҙ, авария хеҙмәте саҡыртығыҙ (бушлай телефон – 112), күршеләрҙе иҫкәртегеҙ.
10. Белеп ҡуйыу бик мөһим: ярҙам килгәнсе, газ еҫе булған бүлмәгә инергә, тәмәке тартырға, электр ҡорамалдары менән ҡулланырға ярамай! Ғәҙәти электр тоҡандырғыс та бәләкәй генә осҡон сығарып, ҙур шартлау тыуҙырыуы ихтимал.
11. Отпускыла йәки ял көндәрендә берәй ҡайҙа киткәндә газ торбаларын ябығыҙ.
12. Тоҡандырылған газды ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Бушағас, бешереп бөтөрһөгөҙ. Кәстрүлдәге һыу ҡайнап, түгелеп, конфоркалағы утты һүндергән осраҡтар йыш була. Һөҙөмтәлә газ килеүҙән туҡтамай һәм был үтә лә хәүефле.
13. Көнкүрештәге газ көслө ағыуланыуға ла килтереүе ихтимал. Уның тәүге билдәләре – баш әйләнеү, хәлһеҙлек, күңел болғаныу, ҡоҫоу, күҙҙән йәш ағыу, ҡолаҡ шаулау. Был осраҡта беренсе ярҙам саралары: зыян күреүсене саф һауаға сығарығыҙ; ҡыҫынҡы кейемдәрен бушатығыҙ; аяғын аҙ ғына күтәреп, һалығыҙ; тәнен, күкрәген ыуығыҙ; йылы әйбер менән ябығыҙ һәм мамыҡҡа тамыҙылған нишатыр спирты еҫкәтегеҙ. Әгәр ҡоҫһа, башын ҡырын һалығыҙ. «Ашығыс ярҙам» саҡыртығыҙ.
Әгәр ярҙам кәрәкһә
14. Хатта алтын ҡуллы оҫта булған хәлдә лә бер нәмәне лә үҙегеҙ йүнәтмәгеҙ! Газ хеҙмәткәрҙәре махсус уҡыуҙар үтә, даими рәүештә тест бирә, һөнәри кимәлен күтәрә. Был бик нескә һәм яуаплы эш, үҙенсәлектәре бик күп, ә инде яңылышҡан осраҡта һөҙөмтә һәр ваҡыт насар. Үҙ белдегең менән нимәлер эшләү көнкүрештәге авария сәбәпсеһе булыуы ихтимал. Һәр эште профессионал башҡарырға тейеш!
15. Газ хеҙмәткәрҙәре даими рәүештә фатирҙарға һәм йорттарға йөрөп, ҡорамалдарҙың торошон тикшерә. Ғәҙәттә, улар буласаҡ тикшереү тураһында алдан иғлан бирә. Ҡағиҙә булараҡ, техник хеҙмәтләндереү йылына бер тапҡырҙан да кәм эшләнмәҫкә тейеш һәм тикшереүсегә фатирға инергә рөхсәт итеү мотлаҡ талап һанала. Кире осраҡта газ хеҙмәте бөтә йортҡа газ биреүҙе туҡтатыуға ла хоҡуҡлы.
16. Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда фатирҙар буйлап йөрөп, үҙҙәрен тикшереүсе булараҡ таныштырып, газ йәки һыу ҡорамалдары өсөн тиҫтәләрсә мең һум аҡса талап иткән мутлашыусылар күбәйҙе. Һаҡ булығыҙ!
17. Мутлашыусыны таныу ауыр түгел: беренсенән. уның танытмаһында газ һүҙе булған компания исеме яҙылыуы ихтимал, мәҫәлән, «НИНДӘЙҘЕР газ сервисы», «Газ НИМӘЛЕР төҙөлөш». Танытмала мотлаҡ һеҙҙең йортто хеҙмәтләндергән ойошма исеме булырға тейеш, ғәҙәттә был эш менән «Газпром»дың бүлексәләре шөғөлләнә. Икенсенән, ундай әҙәмдәр баштан уҡ аҡса һорай, «ташламалар» вәғәҙә итә. Газ хеҙмәте белгестәре ҡулаҡса алмай, улар башҡарған эш өсөн түләү фатирҙың айлыҡ иҫәбенә ҡушыла. Ҡайһы берҙә яңы газ шлангы ҡуйыуҙары ихтимал. Ул яҡынса 500 һум тора, был осраҡта мотлаҡ чек күрһәтелә.
18. Әгәр килеүселәрҙең ысынлап та газ хеҙмәте белгестәре булыуында шикләнһәгеҙ, 8-800-347-88-00 телефонына шылтыратып, тикшереү датаһы тураһында мәғлүмәтте белешегеҙ.